Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
17 Декабрь 2018, 12:23

Асҡын районы Ҡышлауйылға мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналығы үтте


Аҙналыҡ унынсы декабрҙә тантаналы линейканан башланды. “Тыуған яғым ” һүрәттәр конкурсында һәр кластан уҡыусылар теләп ҡатнашты. Мәрйәм Барыева, Зиләрә Хөсәйенова, Данил Аскадоков, Әлфиә Вәлиева төшөргән һүрәттәр бөтәһенең күңеленә хуш килде. 12 декабрҙә уҙған “Һаумы, һаумы ,әкиәт!” тә береһен дә битараф ҡалдырманы. II,IV кластар ҡурсаҡ театры күрһәтте . Рифат Гатин һәм Азалия Шәмсиәрова үҙ ролен бик матур башҡарҙы. Илсинә Хәбипова, Нурсилә Шәрифханова әкиәт һөйләне. Башҡорт теленә, республикабыҙға ҡарата иғтирам һәм иғтибар, һөйөү тәрбиәләү маҡсатында үткәрелгән был сараларға һәр класс ентекле әҙерләнә.

14 декабрҙә “Урал батыр” конкурсы гөрләп үтте. Һәр кластан уҡыусылар ҙур теләк менән ҡатнашты. Беренселекте Динар Шәрифханов, Алина Саттарова, Динара Шәрифханова бүлеште.

Башҡорт телендә текст яҙып, иң грамоталы уҡыусыларҙы билдәләнек. Улар — VIII кластан Алина Саттарова, Наилә Бариева, IX кластан Диана Хәлимова.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте, мәҙәниәте аҙналығында уҙғарылған һәр сараға етди әҙерләнеп, ҙур ойошҡанлыҡ менән үткәрҙек. Быйыл был сараларҙы әҙерләүҙә һәм үткәреүҙә БДУ-ҙың Бөрө филиалының һуңғы курсында уҡыусы Зөһрә Венер ҡыҙы Ғәлиева уҙғарҙы.

Эльмира Шәйхуллина, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Читайте нас: