Бөгөн, 11 декабрь, Конгресс-холл бинаһында "Туған тел илселәре"(Послы родного языка) акцияһы үтә. Был сараға республикабыҙ райондарынан да башҡорт теле буйынса яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән уҡыусылар саҡырылған. Мишкә районынан Мишкә 2-се мәктәбенән Регина Ҡорбанова һәм Оло Шаҙы мәктәбе уҡыусыһы Лиана Моғазирова ҡатнаша.