Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
19 Октябрь 2018, 12:19

Борай уҡытыусыһы Айгөл Мостафина яңы үрҙәр яулай

Борай 1-се урта мәктәбенең юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгөл Нәғим ҡыҙы Мостафина белем биреүсе генә түгел, ә иң тәүҙә тормошто һәм кешеләрҙе яратырға өйрәтеүсе, балаларҙың күңеленә изгелек орлоҡтары сәсеүсе тәрбиәсе.

Айгөл Нәғим ҡыҙы Борай 1-се мәктәбендә 2006 йылдан башлап эшләй. Уның уҡыусылары тәүге йылдарҙан уҡ олимпиадаларҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай башланы. Был уҡытыусының уҡыусылар менән бар күңелен биреп эшләү һөҙөмтәһе ине. Айгөл Нәғим ҡыҙы ауырлыҡтар алдында ҡаушап ҡала торғандарҙан түгел.
Юғары белем алу кәрәклеген аңлаған белгес БДУ-ның хәҙерге Бөрө филиалында ситтән тороп уҡып, диплом алды. Ошо мәктәптә эшләгән 12 йыл эсендә ике тапҡыр “Йыл уҡытыусыһы” бәйгеһендә район данын яҡланы. “Бәйгелә ҡатнашыуым миңә, тағы ла дәртләнеберәк эшләргә, ауырлыҡтар алдында ҡаушап ҡалмаҫҡа ҙур этәргес бирҙе”, — ти Айгөл Нәғим ҡыҙы.
Мәктәптәге эште һанап бөтөрә торған да түгел . Уҡыу йылы башланыу менән һәр төрлө ижади конкурстар башлана, олимпиадалар, башҡорт халыҡ яҙыусыларына арналған төрлө бәйгеләр. Ә район күләмендә күпме саралар үткәрелә, быларҙың барыһында ла әүҙем ҡатнашырға кәрәк.
“Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр бәйгеһендә Айгөл Нәғим ҡыҙының уҡыусылары һәр йыл әүҙем ҡатнаша һәм призлы урындар яулай. Шул уҡ ваҡытта ул класс етәксеһе лә. Уҡыусылар һәм ата-әсәләр менән ихлас эшләй, һәр кемгә ярҙамға килергә әҙер. Мәктәптә үткәрелгән йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Педагогия колледжында уҡығанда уҡ спорт менән дуҫлаша, саңғы ярыштарында гел призлы урындар алып, Маҡтау ҡағыҙы һәм дипломдарға лайыҡ була. Мәктәптәр араһында үткән ярыштарҙа ла бөтә күңелен биреп ҡатнаша.
2018-2019 уҡыу йылы Айгөл Нәғим ҡыҙы өсөн бигерәк тә һөҙөмтәле булды. Республика кимәлендә үткәрелгән конкурста ул 75 уҡытыусы араһында еңеп, аҡсалата премияға лайыҡ булды. Ә Республика көнөнә бағышланған йыйылышта район хакимиәте башлығы Борис Шәрәфғәли улының Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһын тапшырыуы уның эшмәкәрлегенә юғары баһа булып тора.
Әле уҡыу йылының гөрләгән сағы. Алдынғы уҡытыусыны тағы ла яңы бурыстар, өлгөлө дәрестәр, төрлө бәйгеләр, яңы үрҙәр көтә. Айгөл Нәғим ҡыҙы уҡытыусы һөнәренә тоғро ҡалып, уҡыусыларға төплө белем биреп, ата-әсәләр хөрмәтен ҡаҙанып, күп йылдар фиҙаҡәр хеҙмәт һалыр әле, тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Рәмилә Солтанова,
мәғариф бүлеге методисы.
Читайте нас: