Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
3 Сентябрь 2018, 11:48

Һары көҙ

Һары көҙ һырыла урманға, Төрөнә япраҡтар һарыға. Сиңерткә йырынан арыған Болондар тынлыҡҡа тарыған.

Ҡояшта балҡыған мең гәүһәр
Үрмәкес ауына эленгән.
Һарыға һабыша үләндәр
Был көҙҙөң иң асы еленән.
Күктәрҙә ҡанаты ҡағына
Юлаусы ҡоштарҙың тағы ла.
Йөрәкте һағыштан һыҙлатыр
Был көҙҙөң ныҡ моңһоу сағы ла.
Япраҡтар өҙөлә ағастан,
Ағастар ҙа көҙгә бик һиҙгер.
Күңелгә моңһоулыҡ өҫтәне
Тәнемде өшөткән был миҙгел.
Һары көҙ һырыла урманға,
Тирә-яҡ һарыға тарыған.
Бүлешәм көҙ менән хәсрәтте,
Һағыштан йөрәгем арыған.
Фәнил Бүләков.
Читайте нас: