Бөтә яңылыҡтар

Асҡын районы Ҡашҡа ауылында йәшәүсе Алита Шабанованың шиғырҙары

Юлай мәктәпкә барҙы

Алты йәше тулып уҙғас,

Мәктәпкә барҙы Юлай.

Һан һәм хәреф өйрәтәләр —

Юлай бер ни аңламай.

”Ике алмаң булһа әгәр,

Береһен дуҫың алһа,

Йәһәт кенә әйтә һал һин,

Нисәһе тороп ҡала? ” —

Тип йөҙәтә уҡытыусы

Математика еткәс.

”Л” менән ”А” нисек була

Икәүһен ҡушып әйткәс? ”

”Тура итеп ултыр”, — тиҙәр

Яҙыу дәресе етһә.

Ручкаңды дөрөҫ тот, ти(е)п

Уҡытыусы киҫәтә.

Һәр бер көндө дүрт дәресте

Саҡ-саҡ үткәрә Юлай.

Өйгә ҡайтыр ваҡыт етһә,

Иң беренсе ул атлай.

”Уҡып бөттөммө инде?”, — тип

Көн дә бирә һорауын.

Тик әсәһе ни өсөндөр

Аңламай шул малайын.

Һәр көн иртә етеү менән

Тағы мәктәпкә илтә.

Ә Юлай уҡып бөтөүен

Минутлап һанап көтә.

Юлай һымаҡ малай, ҡыҙҙар

Юҡмы һеҙҙең арала?

Әгәр булһа, белегеҙ һеҙ—

Бик кәрәк шул уҡырға.

Белем үрҙәрен яулаған

Кеше булыр, ти көслө.

Күп уҡығыҙ, иренмәгеҙ,

Булмағыҙ Юлай төҫлө!


Иғтибарлы бул

Бигерәк мыжыҡ та инде

Беҙҙең күрше ҡыҙ Ләйлә.

Бер һүҙ әйтеп булмай уға

Шунда уҡ илап ебәрә.

Бер көн яңылыш ҡына шулай

Тартҡан инем сәсенән.

”Марат сәстән тартты”, — тип ул

Ошаҡлап та өлгөргән.

”Минең ҡыҙҙы ниңә улай

Йәберләйһең һин?” — ти(е)п,

Сыбыҡ күтәреп алған да

Әсәһе еткән килеп.

”Ни булған инде шунан,

Тартһам әллә сәсенән.

Йөрөмәһен ине үҙе

Һөйләшмәй минең менән”.

Марат шуға асыуланып,

Сәсен тартҡан Ләйләнең.

Тик һин улай итә күрмә,

Ҡыҙҙарҙы бит беләһең.

Мыжыҡ та, матур ҙа улар,

Сәскә һымаҡ үҙҙәре.

Һин гел уларға ҡарата

Иғтибарлы бул, йәме.



Читайте нас: