Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
28 Апрель 2018, 16:46

Башланғыс кластар матур сығыштар менән хайран итте

Концертта башланғыс класс уҡыусылары ла бик күп матур номерҙар менән сығыш яһаны. Беренсе кластарҙың күмәкләп башҡарған — «Бүләк», «Атайым» (етәксеһе Эльвира Ғәләүетдинова), дүртенсе класс уҡыусылары Нурия Имаева менән Илүзә Рәхмәтуллинаның «Мин үҙемде яратам» (етәксеһе Мөнирә Хафизйәнова) йырҙары алҡыштарға күмелде. Ә «Туған телем» йырын I-IV кластар бергәләп башҡарҙы.

Сулпан Ғилметдинова.
Читайте нас: