Сыйырсығым, оя-умартаңдан
Бирсе миңә, зинһар, бер урын:
Һыҙылып ҡына атҡан алһыу таңда
Беҙ һуҙырбыҙ икәү яҙ йырын.
Яҙ хәбәрен илгә алып ҡайтып,
Үҙ иткәнһең бейек ҡолғаны,
Хәлең нисек, йәндәй дуҫтарыңдың
Һинең янда күктәр зәңгәрерәк,
Ярҙарына һыймай аҡҡан йылға
Нисек йәйрәп ята ялтырап!
Сут-сут килеп ҡоштар һайрауынан
Шаулап тора урман эстәре.
Ҡар һыуында йыуып ҡалыр өсөн
Тал ҡыҙҙары һүткән сәстәрен.
Һалҡын шишмәбеҙҙең үр ярында
Күҙен асҡан һары бәпембә,
Ҡуйы оҙон керпек остарына
Сың-сың итә көмөш ландыштар,
Сәскәләрҙең яҙғы тамашаһын
Һағыныуын, ер-һыу тойғоларын
Ҡайтҡанһың һин кисеп юл ғазабын,
Тыуған яҡты нығыраҡ һағынып.
Сыйырсығым, тынмаҫ моңдарыңа
Илде туйындырған ир-улдары
Тупраҡ бәрхәт булып күтәрелә
“Ҡорос ат”тар уҙған баҫыуҙан,
Көҙ ындырҙа ыңғырашмаҫ өсөн
Яҙ һабанда кәрәк һайрарға.
Ергә сәскән иген орлоҡтары
Һайрауыңда, ҡошом, ишетелер.
Хистәр — уртаҡ, берҙәй ҡабул итә
Шатлыҡ, бәхет, яныу-көйөүҙе,
Һүҙҙәр менән түгел, һайрап ҡына
Әйтеп булалыр ул һөйөүҙе!
Тыуған ергә һөйөү уятыусы
Беҙ һуҙырбыҙ йырҙың иң ҙурын:
Ел тибрәткән оя-умартаңдан
Сыйырсығым, бирсе бер урын!
Ания Шакирова, Борай районы Кәшкәләү мәктәбе уҡытыусыһы.