Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
13 Апрель 2018, 11:34

Михаил Закомалдин республика ҡыҙҙарын һәм егеттәрен «Ҡайнар йөрәк» билдәһе менән бүләкләне

12 апрелдә Рәсәй Президентының Өфөләге ҡабул итеү бүлмәһендә «Ҡайнар йөрәк» бөтә Рәсәй йәмәғәт-дәүләт башланғысы лауреаттарын бүләкләү тантанаһы үтте. Быйыл Башҡортостандан кешеләргә ауыр тормош хәлендә вайымлылыҡ һәм ярҙам күрһәткән 10 ҡыҙ һәм егет наградаларға лайыҡ булды. Бүләкләү тантанаһын асып, баш федераль инспектор Михаил Закомалдин ҡыйыу һәм батыр балалар тәрбиәләгән ата-әсәләргә, өләсәй-олатайҙарға рәхмәт әйтте.

«Бөгөн залда әле йәш-елкенсек балаларҙы күрәбеҙ. Әммә улар бөтәһе лә, ҡайһы саҡта өлкәндәрҙең ҡыйыулығы етмәгән, батырлыҡ күрһәткән. Кемдер ҡусты-һеңлеләрен янғындан, кемдер һыуҙа үлемдән дуҫтарын ҡотҡарған. Батырҙар араһында ҡыҙҙар ҙа бар. Ләйлә Сәйфетдинова юлға йүгереп сыҡҡан баланы машинан ҡотҡарған. Ләйлә баланы үҙе менән ҡаплаған, һөҙөмтәлә автомобиль уны бәрҙергән. Бәхеткә күрә фажиғәнән ҡотолоп булған. Бөтәһе лә иҫән ҡалған. Хөрмәтле лауреаттар, беҙ һеҙҙең менән бик ғорурланабыҙ. Булғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Михаил Закомалдин. Баш федераль инспектор Михаил Закомалдин Өфөнән Илфат Ғәлинға; Яңауылдан Әҙил Ғиниәтуллинға, Булат Миңлеғәлиевҡа, Джахонгир Мирзаевҡа һәм Илдар Юлдашевҡа; Шаран районынан Илгиз Далжановҡа һәм Артем Урсаевҡа; Бишбүләк районынан Азат Мәзитовҡа; Мәләүез ҡалаһынан Ләйлә Сәйфетдиноваға диплом, күкрәккә таға торған «Ҡайнар йөрәк» билдәһен һәм Маҡтау китабын тапшырҙы. Китап биттәре тетрәндергес, фәһемле, изге, дәртләндергес тарихтар һаҡлай. Бүләкләнгәндәр Рәсәйҙең 85 төбәгенән 940 бала арыһынан һайлап алынды. 2018 йылда бөтәһе 156 кеше (уларҙың өсәүһе үлгәндән һуң) һәм һигеҙ йәмәғәт ойошмаһы һәм берләшмә наградаға тәҡдим ителде.
Читайте нас: