Бөтә яңылыҡтар

ДИАЛЕКТТЫҢ ӘЙТКӘНЕ

ДИАЛЕКТТЫҢ ӘЙТКӘНЕ Сулпылы сәстәй инем мин, Үрелгән толом инем. Матур әҙәби телдән дә Боронғо, оло инем.

ДИАЛЕКТТЫҢ ӘЙТКӘНЕ
Сулпылы сәстәй инем мин,
Үрелгән толом инем.
Матур әҙәби телдән дә
Боронғо, оло инем.
Ҡырҡып ташланды толомдар,
Һибелеп ҡалды сулпы.
Сәсен ҡырҙырған малайҙай,
Саҡ сығып килә ҡурпы.
Ҡалаларҙы әйтмәйем дә,
Ауылдарҙа мин һирәк.
Кәмене минең баһам да,
Бәҫем төштө бигерәк.
Бөгөнгө бөйөк даръяға
Һут биргән инеш инем.
Тик әҙәби тел белергә
Тейешме, имеш, илем?
Сулпылы сәстәй инем мин,
Үрелгән толом инем.
Хәҙерге дәүләт теленән
Боронғо, оло инем.
...Шишмә башына барығыҙ
Телен онотһа йәштәр.
Йәйғор ҡалҡыр күгегеҙҙә,
Нурланып балҡыр төҫтәр.
Сулпылы сәстәй инем мин,
Үрелгән толом инем.
Аҙауҙарҙан Тубылғаса
Башҡорттоң ҡоло инем!
Милләтемә ҡеүәт өҫтәр
Боронғо улы инем.
Лариса Абдуллина.
Читайте нас: