Шағирҙар һәм яҙыусылар менән “Тыуған ерҙә илһамланыу сығанағы” тип исемләнгән әҙәби-шиғриәт осрашыуына башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, Ҡариҙел 1-се урта мәктәбе уҡыусылары саҡырылды.
Сараны алып барыусылар — китапхана мөдире А. Хөсәйенова менән библиограф З. Хәмәтова асты. Башта З. Рәхмәтова башҡарыуында моңло йырҙар яңғыраны. А. Нурмөхәмәтова, Э. Гурин, И. Туҡтамышева Ҡариҙел ҡәләм оҫталарының шиғырҙарын сәнғәтле итеп, интонация менән һөйләне.
Артабан һүҙ Үҙәкләштерелгән китапхана системаһы директоры С. Сәфәроваға бирелде.
Кисәгә йыйылыусылар йөрәктәрҙә шиғри эҙ ҡалдырып баҡыйлыҡҡа күскән авторҙарҙы бер минут тын тороп иҫкә алды. Журналист, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Р. Мостафин, шиғриәт һөйөүсе Н. Әхкәметдинова, тарихсы, Ғаян Лоҡманов исемендәге премия лауреаты Ф. Сафин һәм сарала башҡа ҡатнашыусылар сығыш яһаны. Кисәгә саҡырылған шағирҙар үҙҙәренең яңы шиғырҙарын илһамланып һөйләне.
— Мин бала саҡтан уҡ шиғырҙар яратам, — ти шағирә Мөғәллимә Зәйнетдинова. — Роберт Миңнуллиндың һәм башҡа шағирҙарҙың әҫәрҙәрен ҙур ҡәнәғәтлек менән яттан һөйләйем. Дүрт йыл инде бындай сараларҙа даими ҡатнашам. Бирелә яңы танышыуҙар була, дуҫтар табыла. Ижад кешеләре һәм уҡыусылар араһында мин ярҙам һәм аңлау табам.
Әлбиттә, үҙ әҫәрҙәреңде баҫтырыу бик мөһим, улар урындағы баҫмаларҙа сыҡһа ла ҡыуаныслы. Мөғәллимә Миңнулла ҡыҙына ваҡытында Н. Әхкәметдинова ярҙам итә: башҡорт телендә яҙылған шиғырҙарҙы “Хазина”ға килтерә. Унан һуң автор әҙәби осрашыуҙарҙа ҡатнаша башлай, “Иҙел” шиғриәт яратыусылар клубы ағзаһы була. Уның шиғырҙары “Караидел хәбәрләре” район гәзитенең “Әдәби бит”ендә лә йыш баҫылып тора.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар киләсәктә лә ижад юлында уңыштарға ирешеп, нәтижәле эшләргә уйлай. Бындай кисәләр улар өсөн яҡшы этәргес булып тора, илһам өҫтәй.
Люция Карамова. Азат Рәхмәтуллин фотоһы.