Миләүшә Ҡасимова (Шәрғиева) Тусыбай ауылында йәшәй. Һөнәре буйынса — физика һәм математика уҡытыусыһы, күп йылдар инде уҡыусыларға белем биреү, тәрбиә эшендә. Ғүмер юлында һөйөклө тормош иптәшен юғалтыу ҡайғыһын кисереп, өс улын яңғыҙы үҫтерә Миләүшә Тимерғәли ҡыҙы. Шиғри күңеле уға ауырлыҡтарҙы еңергә, киләсәккә өмөт менән ҡарап, балаларына атай ныҡлығын да, әсә наҙын да бирергә ярҙам итә. Миләүшә Ҡасимованың шиғырҙары “Замандаш” Яңауыл яҙыусылар ойошмаһы тарафынан әҙерләнеп донъя күргән “Һиңә әйтер һүҙҙәрем бар...” йыйынтығында баҫылды.
Тағын яҙҙар килә тыуған яҡҡа.
Ниҙәр көтөр мине яҙҙарҙа?
Ана, ҡайтҡан инде сыйырсыҡтар.
Ана, ҡайтҡан инде ҡаҙҙар ҙа.
Ҡошҡайҙарым! Тағын ҡайттығыҙмы
Һағынышып тыуған илдәрҙе?
Имен тип һөйөнәһегеҙ микән
Ҡайтып күргәс тыуған ерҙәрҙе?
Яҙҙар килә тағын тыуған яҡҡа.
Алып килһен улар тыныслыҡ.
Яҙғы һыуҙар менән килһен муллыҡ,
Һөйөнәмен: тағын яҙҙар килде.
Йәмле яҙҙы тағын ҡаршы алам,
Йыраҡтарға һине осорҙом да,
Һине һағынып уҙа ғүмерем.
Ҡоштар булып көн дө осор инем,
Балаҡайым, балам, күҙ нурым.
Өҙгөләнә йөрәк. Борсоламын.
Ялғышам түгелме, эй, Аллам?
Оҙатыуым һине йыраҡтарға,
Балаҡайым, балам, күҙ алмам!
Сабый сағың уҙған тыуған яҡты
Өҙөләһеңме һин дә һағынып?
Ҡайтыр көндәреңде көтәһеңме
Минең кеүек һин дә зарығып?
Һағыныуҙарҙың юҡ ла иге-сиге.
Иҫән генә йөрө һин, бәғерем.
Аллаһ һине бер ҙә ташламаһын,
Балаҡайым, балам, ҡәҙерлем.
Бәхет юрағыҙ, тип, һеҙ ҙә,
Әсәй-бәғерем, өҙөлөп һағынамын.
Белһәң ине, әсәй-бәғерем, ерҙә
Һинһеҙ миңә нисек ҡыйынын.
“Сәскәм” тип сәстәремдән һыйпап,
Һуңғы тапҡыр ҡосоп үбеүең...
Белмәнем шул һине зәһәр әжәл
Бигерәк иртә алып китеүен.
Әйтер һүҙҙәрең дә әйтә алманың,
Тик баҡтылар миңә мөлдөрәмә
Һөйөү-наҙға тулы күҙҙәрең.
Донъяларым селпәрәмә килде,
Әсәй түгелме тип йүгереп барҙым,
Әсәйем ауылда тип алдайым
Һағынып өҙгөләнгән күңелде.
Шуға һирәк барам ауылыма,
Һағынам да тыуған еремде,
Ул иҫән тип алдайым үҙемде...
Яҙҙар, яҙҙар, яҙҙар күңелемдә.
Наҙҙар күңелемдә һәр ваҡыт.
Әле генә йәшәй башлағандай...
“Тор, балам!” — ти әсәй уятып...
Ҡолағымда яңғырай һүҙҙәре:
“Барайыҡ тауға, еләк уңған!” — ти.
“Донъяларҙың мин матурлығына
Иҫем китеп ҡарап торам!” — ти.
“Балам, кешеләргә гел яҡшы бул!”
Быныһы атайымдың һүҙҙәре.
“Кемдәр менән, ҡайҙарҙа булһаң да,
Улар өйрәттеләр мине һәр саҡ
Һөйөп йәшәргә тип, тормошто.
Йөрәгемдә әрнеүҙәр булһа ла
Һөйәм йәмле йәйҙе, аҡ ҡышты...
Ҡәҙерлеләремде иртә алды.
Шелтәләйем шуға яҙмышты...