Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
21 Февраль 2018, 16:00

Борай ҡыҙы Луиза Мөфтиева Халыҡ-ара олимпиадала ҡатнашасаҡ

Ҡайынлыҡ урта мәктәбендә телһөйәр, илһөйәр уҡыусылар бик күп. Улар район, республика кимәлендә үткәрелгән бәйгеләрҙә еңеүҙәр яулай. X класс уҡыусыһы Луиза Мөфтиева айырым иғтибарға лайыҡ.

Луиза мәктәбебеҙҙең иң әүҙем уҡыусыһы. Ул тик «биш»ле билдәләренә генә өлгәшә. Рус һәм татар телдәре, Башҡортостан мәҙәниәте һәм тарихы буйынса фәнни конференцияларҙа уңышлы сығыш яһай, олимпиадаларҙа призлы урындар яулай. Өфөлә IX-XI кластар араһында милли телдәр буйынса уҙғарылған бәйгелә еңде. Ә күптән түгел Ҡазанда татар теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиадала ҡатнашты. Бында Рәсәйҙең 20 төбәгенән йөҙҙән артыҡ бәйгесе үҙен һынаны. Уҡыусылар белемдәрен күрһәтеп кенә ҡалманы, ә төрлө мәҙәни сараларҙа ла ҡатнашты. Луиза еңеүсе тип табылды. Апрелдә ул татар теле һәм әҙәбиәтенән Халыҡ-ара олимпиадала ҡатнашасаҡ.
Луиза Мөфтиеваның уңыштарында, әлбиттә, уҡытыусыһы Зөлфирә Шакированың өлөшө ҙур. Үҙ эшенең оҫтаһы булған уҡытыусы балаларға белем һәм тәрбиә биреү өсөн бар тырышлығын һала, уҡыусыларын еңеүгә ҡанатландыра, илһамландыра белә.
Рәмилә Солтанова, район мәғариф бүлеге методисы
Читайте нас: