Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
21 Декабрь 2017, 16:47

Телһөйәрҙәр, илһөйәрҙәр...

12 декабрҙә “Минең телем – дуҫлыҡ теле” республика акцияһы үтте. Сара башҡорт, рус һәм республикала йәшәгән башҡа халыҡтар телдәрендә, туған тел, Тыуған ил тураһында шиғырҙар һөйләүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы.

Акцияла Борай районы халҡы ла ҙур теләк менән ҡатнашты. Шиғыр һөйләүселәр оҫталыҡтарын, туған телгә, Тыуған илгә ҡарата һөйөүҙәрен шиғыр аша еткерҙе. Ҡатнашыусыларҙың һаны утыҙҙан ашып китте. Улар башҡорт, рус, татар, удмурт телдәрендә бөйөк шағирҙарыбыҙҙың шиғырҙарын һөйләне. Шуныһы ҡыуаныслы, шиғыр һөйләүселәр араһында автор–башҡарыусылар ҙа бар ине. Ике сәғәт дауамында барған сара халҡыбыҙ күңелендә телһөйәрлек, илһөйәрлек, ғорурлыҡ хисе уятты. Ҡатнашыусыларҙың милли кейемдәрҙә булыуы, милли музыка ҡоралдарында уйнап сығыштарын байытыуы күңелдәрҙе күтәрҙе.
Был акция тәү тапҡыр үтте. Киләсәктә бындай сараларҙа ҡатнашыусыларҙың һаны тағы ла артыр. Сөнки тел – ул халыҡтың иң ҙур хазинаһы. Шуның өсөн һәр халыҡ үҙенең телен яратырға, белергә, ҡәҙерләргә тейеш, тип уйлайым.
Айгөл Камаева,
Борай 3-сө мәктәбе уҡытыусыһы
Читайте нас: