Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
19 Декабрь 2017, 13:55

Асҡындың «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһында Башҡорт теле көнө үтте

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Указына һәм Мәғариф министрлығы, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы тарафынан раҫлаған Положениеға ярашлы, 14 декабрҙә республикабыҙҙың белем усаҡтарында Башҡорт теле көнө билдәләнде.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Указына һәм Мәғариф министрлығы, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы тарафынан раҫлаған Положениеға ярашлы, 14 декабрҙә республикабыҙҙың белем усаҡтарында Башҡорт теле көнө билдәләнде. Был изге эшкә «Ҡояшҡай»ҙар ҙа ҡушылды. «Гномиктар» төркөмөндә «Әсәм теле — сәсән теле» тигән сара уҙҙы. Уны тәрбиәсе Глүсә Ғәлиева һәм уның ярҙамсыһы Ләйсән Нафиҡова әҙерләне. Балалар алдан шиғырҙар ятланы, бейеүҙәр өйрәнде. Башҡа тәрбиәселәр залды матур итеп биҙәне, күргәҙмә әҙерләне. Бынан тыш, улар «Ҡуян менән әтәс» әкиәтен дә сәхнәләштерҙе. Сара бик йәнле һәм йәмле уҙҙы.
Сулпан Ғилметдинова.
Читайте нас: