Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
12 Декабрь 2017, 14:27

Афарин, Марсель!

Ҡортлокүл урта мәктәбе уҡыусылары тәжрибәле уҡытыусы Нәфисә Ғәҙелова етәкселегендә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнә.

Ҡортлокүл урта мәктәбе уҡыусылары тәжрибәле уҡытыусы Нәфисә Ғәҙелова етәкселегендә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнә.
Уҡыусылар бәйләнешле һөйләү һәм яҙма телмәрҙе генә үҙләштереп ҡалмай, ә башҡорт халҡының бай әҙәби мираҫы, атап әйткәндә, танылған «Урал батыр» эпосы менән дә таныша.
Ағымдағы йылдың яҙында уҡыусылар М.Ғүмәров, А.Гәрәева һәм Р. Хәжимуллина уҡытыусылары менән йәш сәсәндәр һәм «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосын башҡарыусыларҙың XIX республика конкурсының төбәк этабына Скино ауылына барҙылар. Унда Марсель Ғүмәров «Урал ышанысы» номинацияһында еңеүсе булды. Ошо йылда егет Салауат Юлаевтың шиғри мираҫын һөйләүселәрҙең район конкурсында еңеү яуланы. Ә күптән түгел Марсель Өфө ҡалаһында үткән сәсәндәр һәм БР, РФ халыҡтары телдәрендә һәм сит телдәрҙә «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосын һөйләүселәрҙең VIII Халыҡ-ара конкурсынан ҡайтты. Ижади бәйгелә Марсель «Эпосты башҡорт телендә башҡарыу» номинацияһында үҙ көсөн һынап ҡараны.
ЮНЕСКО эштәре буйынса БР Комитетының башҡарыусы директоры һәм жюри ағзалары конкурсанттарҙың яҡшы әҙерлек дәрәжәһен билдәләне. Призерҙар исемлегенә Марсель дә инде . Уға .III дәрәжә Диплом һәм иҫтәлекле бүләк тапшырылды. Тимәк, башҡорт теле дәрестәре һөҙөмтәһеҙ үтмәй, уҡыусылар күңелендә эҙ ҡалдыра, тарихҡа, халыҡ традицияларына һәм мәҙәниәтенә һөйөү уята.
М.Нәбиуллина, Ҡортлокүл мәктәбе уҡытыусыһы.
Читайте нас: