Йәнтөйәк
+4 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
29 Ноябрь 2017, 12:43

Гонаһтарым минең ҡалһа, ҡалһын, Милләтемде ҡотҡар, Илаһым!

Зөлфиә Ханнанова. Талантлы шағирә. Актриса. Зөлфиә менән Гүзәлдең һәр сығышы үҙе бер спектакль ине, зал был тамашаны тын да алмай күҙәтте. Иламаған кеше ҡалдымы икән? Зөлфиәнең шиғырҙары донья мәшәҡәттәре, донья ваҡлыҡтары арҡаһында ҡайҙалыр тәрәнгә йәшеренгән иң изге, иң саф тойғоларҙы уятты. Беҙ бит әле әҙәм балалары! Асылыбыҙға хыянат итмәйек! Ошондай оран булып яңғыраны шағирәнең сығыштары. Әсә һәм бала, үткәндәр менән киләсәк, яуҙа ятып ҡалған батырҙарыбыҙ, ғәзиз туған телебеҙ яҙмышы - башҡа ҡатнашыусыларҙың да сығыштары һәр ҡайһыбыҙ йөрәк түрендә йөрөткән хистәргә ауаздаш булды. Мин дә иланым. Мин дә сафландым. Жюри рәйесе Олег Ханов әйткәнсә, мин дә был Бөйөк халыҡтың ҡыҙы булыуым менән ғорурландым! Шиғриәттең илаһи көсө алдында доньяның ялтырауыҡ һәм алдаҡ ҡиммәттәре юғалып ҡалғандай. Башҡорт шиғриәте көслө, телебеҙ гүзәл һәм ҡөҙрәтле - "Йөрәк һүҙе" проекты был хәҡиҡәтте тағы ла бер тапҡыр дәлилләне генә!

Зөлфиә Ханнанова. Талантлы шағирә. Актриса. Зөлфиә менән Гүзәлдең һәр сығышы үҙе бер спектакль ине, зал был тамашаны тын да алмай күҙәтте.

Иламаған кеше ҡалдымы икән? Зөлфиәнең шиғырҙары донья мәшәҡәттәре, донья ваҡлыҡтары арҡаһында ҡайҙалыр тәрәнгә йәшеренгән иң изге, иң саф тойғоларҙы уятты. Беҙ бит әле әҙәм балалары! Асылыбыҙға хыянат итмәйек! Ошондай оран булып яңғыраны шағирәнең сығыштары.

Әсә һәм бала, үткәндәр менән киләсәк, яуҙа ятып ҡалған батырҙарыбыҙ, ғәзиз туған телебеҙ яҙмышы - башҡа ҡатнашыусыларҙың да сығыштары һәр ҡайһыбыҙ йөрәк түрендә йөрөткән хистәргә ауаздаш булды.

Мин дә иланым. Мин дә сафландым. Жюри рәйесе Олег Ханов әйткәнсә, мин дә был Бөйөк халыҡтың ҡыҙы булыуым менән ғорурландым! Шиғриәттең илаһи көсө алдында доньяның ялтырауыҡ һәм алдаҡ ҡиммәттәре юғалып ҡалғандай. Башҡорт шиғриәте көслө, телебеҙ гүзәл һәм ҡөҙрәтле - "Йөрәк һүҙе" проекты был хәҡиҡәтте тағы ла бер тапҡыр дәлилләне генә!
Читайте нас: