Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
17 Ноябрь 2017, 17:22

Сураш мәктәбе уҡыусылары еңеүселәр рәтендә

Мәктәптә уҡыусыларға белем, шулай уҡ рухи-әхлаҡи тәрбиә биреү – көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе. Уны тормошҡа ашырыу, иң беренсе сиратта, әсә теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына йөкмәтелә. Уҡыусыны шәхес итеп тәрбиәләү өсөн заман беҙҙең алға бик күп бурыстар ҡуйып, уҡытыу-тәрбиә биреүҙең төрлө традицион һәм традицион булмаған формаларын эҙләргә мәжбүр итә.

«Бала саҡта һәр кем шағир. Ләкин ижади рухланыуҙың балаға ниндәйҙер мөғжизә менән килеүен көтөү бер ҡатлылыҡ булыр ине... Баланы ижади дәртләндереү, уның йөрәгендә шиғри ижад шишмәһе уятыу, уҡырға һәм мәсьәлә сисергә өйрәтеү кеүек үк әһәмиәтле эш», — тип юҡҡа ғына әйтелмәгән. В.А.Сухомлинскийҙың был һүҙҙәрен ҡат-ҡат уҡыйым. Минең өсөн улар – бөгөнгө һәм иртәгәһе көнгә эш программаһы. Балалар уйланһын, үҙҙәренсә фекер йөрөтһөн, аҡыл төйнәһендәр өсөн, уларҙың үҙаллылығын хупларға, үҫтерергә тырышам. Билдәле булыуынса, ижади фекерләү – уй-хыял йөрөтөүҙең иң юғары, иң камил төрө. Әммә уның нигеҙендә лә тел күренештәре, закондары, ҡағиҙәләре буйынса алған белем күнекмәләре ята. Ижади фекер йөрөтөү һәләте үҙенән-үҙе генә барлыҡҡа килмәй. Ундай һәләтте һәр уҡыусыла күрергә тырышам. Ә был эштә үҙеңдең өлөшөң булыу — икеләтә һөйөнөс. Уйланһындар, ижад итһендәр, ижади емештәрен күреп һөйөнһөндәр ине уҡыусыларыбыҙ. Йәйге иртәлә үләнгә төшкән ысыҡ тамсыларына һоҡлана белһендәр, талғын ғына иҫкән елдә тибрәлгән ағас япраҡтарының тауышын ишеткән, рухи-әхлаҡи яҡтан камил шәхес булып үҫһендәр. Уларға был камиллыҡ туған телдәре аша һалына. Был үҙе — ҙур шатлыҡ.
Июнь айында уҡыусыларыбыҙҙың бер шәлкем шиғри емеше «Аҡбуҙат» журналында баҫылып сыҡты. Өс ҡыҙҙың шиғри әҫәре Фәүзиә Рәхимғолова исемендәге шиғырҙар конкурсында еңеүселәр исемлегенә индерелде. Улар Өфөлә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында дипломдар һәм приздар менән бүләкләнде.
Вәрисә Садыҡова, БР-ҙың мәғариф отличнигы, Сураш мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Читайте нас: