Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
9 Ноябрь 2017, 15:54

Умартасы һәм игенсе Флорис Шакиров

Ир кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тиҙәр. Бал ҡорттары үрсетеү Дауытлар ауылында йәшәүсе шәхси эшҡыуар Флорис Шакировтың ошо етмештең береһе генә.

Ир кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тиҙәр. Бал ҡорттары үрсетеү Дауытлар ауылында йәшәүсе шәхси эшҡыуар Флорис Шакировтың ошо етмештең береһе генә.
Флорис Риф улы бала сағынан “Мир” колхозы умарталығында атаһына ярҙамлашып үҫә. Нәҡ ошо ваҡытта уның күңелендә бал ҡорттарына ҡарата һөйөү һәм һоҡланыу хистәре уяна. Нәҙекәйбилдәрҙе тәрбиәләү серҙәренә лә ул үҫмер сағынан уҡ төшөнә башлай.
— Умартасының эше иртә яҙҙан алып һалҡын көҙгә ҡәҙәр дауам итә. Ваҡытында ояларын таҙартырға ла, көсһөҙөрәк күстәрҙе өҫтәмә туҡландырырға ла, тиҙерәк үрсеһендәр өсөн йылытып ҡуйырға ла кәрәк. Ә июнь баштарында мәшәҡәттәр тағы ла арта. Бер-бер артлы айырған ҡорт күстәрен, осоп китмәһендәр өсөн, йыйып өлгөрөргә кәрәк. Уңған ҡорттар йәйге аяҙ көндөң һәр минутын файҙаланып ҡалырға ашыға. Шулай әкренләп бал йыйыу осоро башлана. Үҙҙәрен ҡайғыртҡан хужаларына рәхмәт йөҙөнән ҡорттар кәрәҙҙәрҙе иң татлы һәм файҙалы ризыҡ менән тултырып та ҡуя, — тип яратҡан шөғөлө тураһында һөйләй тәжрибәле умартасы.
Флорис Шакировтың күңел йылыһын һалып ҙур оҫталыҡ менән башҡарған икенсе эше — Дауытлар ауылы ҡырҙарын йәмләп, баҫыуҙарға йән өрөп, иген үҫтереү. Ат дуғаһынан күмелерлек булып ултырған арыш баҫыуы күңелде күтәрә, йәшәүгә көс-дәрт өҫтәй. Быйыл башаҡтар айырыуса эре һәм туҡ булды. Флорис Риф улының тырышлығы бушҡа китмәне: шаулап-гөрләп үҫкән арыш баҫыуы гектарынан 30 центнерға тиклем уңыш бирҙе. Иген үҫтереү кеүек иң изге эштә уның беренсе ярҙамсылары — ике улы, туғандары һәм дуҫтары. Ҙур ныҡышмалылыҡ һөҙөмтәһендә икенсе йылға ла икмәккә ныҡлы нигеҙ һалынған. Флорис Риф улы — ысын ер кешеһе.
— Ерҙә эшләүсенең борсолоуҙарын ауылда йәшәп икмәк үҫтергән, итен, һөтөн, майын үҙенең хужалығында етештергән кеше генә анлайҙыр. Күпме һөйөнөс һәм көйөнөстәр, йоҡоһоҙ төндәр, тынғыһыҙ көндәр аша уҙырға кәрәк. Ләкин эшеңдең татлы емештәрен күреү, яратҡан тормош иптәшеңдең һине күҙ ҡарашыңдан уҡ аңлауы, кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙыуы, ике улыңдың ныҡлы терәк булыуы бөтә ауырлыҡтарҙы ла оноттора, — ти уңған хужа.
Флорис Шакиров — йәмәғәт эштәрендә ҡатнашыусыларҙың иң әүҙеме һәм башлап йөрөүсеһе. Ауыл Советы депутаты һәм староста булараҡ, уның башланғысы менән бик күп эштәр башҡарылды. Күперҙәр, урамдар әкренләп төҙөкләндерелә, ауылдың ике зыяраты ла тимер сетка менән уратып алынды. Дүрт йыл элек Дауытлар ауылында Шакировтар ғаиләһе үҙ иҫәптәренән Бөйөк Ватан һуғышында баштарын һалған яугир ауылдаштарына бағышлап обелиск асты. Һуғыш яландарында ятып ҡалған 100 ҡаһармандың исеме мәрмәр ташҡа уйып яҙылды.
Ауыл ерендә үҙ эшен асып, кешеләргә файҙалы хеҙмәт күрһәтеп ғүмер итеүсе Флорис Риф улына ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Тынғыһыҙ ир-уҙаманы һәр ваҡыт эҙләнеүҙә, киләсәккә яҡты уй-маҡсаттар менән йәшәй.
Читайте нас: