Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
9 Ноябрь 2017, 15:49

Тел ҡәҙерен белгән егет

Айрат Ғәлиев 1990 йылда Борай районының иҫ киткес матур тәбиғәтле Йомаҡай ауылында тыуған. Хис-тойғоға бай егет мәктәп йылдарында ҡулына ҡәләм алып, шиғырҙар ижад итә башлай. IX кластан һуң уҡытыусы булырға ҡарар итә һәм документтарын Кушнаренко педагогия колледжына тапшыра. Тырыш егет был уҡыу йортонан һуң, Бөрө педагогия институтының физика-математика факультетын тамамлай. Бөгөн Айрат Ғәлиев район мәғариф бүлегендә методист булып эшләй. Бынан тыш, Яңы Таҙлар мәктәбендә информатика дәрестәрен дә алып бара. «Эшем оҡшай. Бигерәк тә балалар менән эшләү ҡыҙыҡ. Әле ғаилә ҡормағанмын, шуға буш ваҡытымда ижад тулҡынына сумам. Шиғыр яҙғанда телдең ҡәҙерен, һүҙҙең көсөн тағы ла нығыраҡ аңлайһың. Шиғырҙарым Борай районының «Алга» гәзитендә баҫыла», — ти ул.

Ҡартайырға әле
ашыҡмайым...
Бала саҡтан әле сығып киләм
Тәпәй баҫҡан көндө хәтерләп.
Тәпәй баҫҡан көндәр араһынан
Хәтирәләр әҙләйем бөртөкләп.
Йыраҡ әле миңә ҡартайырға,
Оҙон әле юлдар ҡартлыҡҡа.
Иртә әле миңә моңайырға,
Йәшәйек әле бер аҙ шатлыҡта.
Миңең әле тауҙар гиҙәһем бар,
Тулҡындарға ҡаршы йөҙәһем.
Һөйөү хистәрендә янаһым бар,
Йөрәк ярһыуына түҙәһем.
Бар әле, бар ошо тормош юлын
Ашыҡмайса ғына үтәһем.
Һикәлтәле юлдың йомғаҡтарын
Бар әле, бар минең һүтәһем.
Баянымды алһам ҡулыма...
Күңелдәрем төштө, белмәйем ниңә...
Баянымды алдым ҡулыма.
Йыраҡтарға алып китте баян
Бала саҡтың оҙон юлына.
Бармаҡтарым төймәләрен һанай,
Күңел ҡылдарымды өҙҙөрөп.
Алып керә һағыш күлдәренә,
Алып сыға тағын йөҙҙөрөп.
Күбәләктәр ҡыуам болондарҙа,
Мәтрүшкәләр йыям яландан.
Мин бит ҡабат ҡайттым бала саҡҡа,
Ни көтәһең бала-сағанан?
Күҙ йәштәрем тамһа ялғыш ҡына,
Баян шундуҡ мине йыуата.
Уфтанма, йәшлегең үтмәгән әле, тип
Һағыш тойғоларын юғалта...
Башҡортостаным
Башҡортостан — минең тыуған ерем,
Башҡортостан — минең төйәгем.
Һиңә генә минең мөхәббәтем,
Һиңә генә минең йөрәгем.
Башҡортостан — тыуған илкәйемдә
Үтте минең шаян бала саҡ.
Йәшлек сағым үтте бында,
Күңелем дә бында ҡаласаҡ.
Ауылыма ҡайтам
Шатланып ҡайтып керәм мин
Ауылым ҡосағына.
Мәңге лә һүнмәҫ-һыуынмаҫ
Йылы наҙ усағына.
Ҡайтам бәғерҙә һағышлы
Һағыныу хистәре менән.
Йөрәктәге ҡояшлы көн,
Айлы кистәре менән.
Ашҡынып тора күңелем
Ауылым тарафына.
Мәңгелек дауа ошонда
Йөрәгем яраһына.
Ветеран
Һүрелһә лә күптән һуғыш уты,
Йөрәгемдә ҡуҙҙар яналар.
Сөнки һаман өмөттәрен өҙмәй
Балаларын көтә әсәләр,
Атайҙарын көтә балалар.
Олатайым ҡайтты еңеү яулап,
Яраланып һуғыш ҡырында.
Бик күп елдәр уға ҡаршы торған,
Хатта булған дошман ҡулында.
Был һынауҙың булған иң ауыры,
Лайыҡлы үткән уны ветеран.
Күпме ғүмер ҡалған шул юлдарҙа,
Ул Еңеүгә илткән юл икән.
Олатайым, бөгөн һинең байрам,
Һеҙҙең байрам бөгөн, атайҙар.
Һеҙҙең байрам бөгөн тылда ҡалған
Тыл һаҡсыһы — беҙҙең әсәйҙәр.
Һөйгәндәргә
асыу тотмағыҙ...
Мин ғәйепле, иркәм, һинең алда,
Башым эйеп ғәфү үтенәм.
Зинһар өсөн кисер мине, ти(е)п,
Әйткән һүҙҙәремде оноталмам.
Ҡоштарҙы ла тотоп ябып була,
Әммә һүҙҙәр улар ҡош түгел.
Ҡыштарыма ҡабат һинһеҙ керҙем,
Шуға көйә минең йәш күңел.
Ҡулдарымдан килһә, тормош юлын
Бороп ҡайтыр инем үткәнгә.
Бер генә лә яңылыш баҫмаҫ инем
Шул юлдарҙы ҡабат үткәндә.
Эй, дуҫтарым, һеҙгә бойорам,
Ярығыҙға яра һалмағыҙ.
Ваҡытында кисерә белеү кәрәк,
Һөйгәндәргә асыу тотмағыҙ.
Эшкә барғанда
Пар аттарҙы егеп саналарға,
Ҡыңғырауҙар тағып дуғаға,
Мин китермен Шөкшән яҡтарына,
Һеҙ ҡалырһығыҙ ҡарап далаға.
Ҡулъяулыҡтар болғап йүгерерһегеҙ
Һеҙ ҙә шунан минең артымдан.
Мин ҡарармын, ҡайһығыҙ етеҙерәк,
Булыр икән минең артымдан.
Аттарымды тыйып туҡтатырмын,
Посадкаға барып еткәндә.
Кем өлгөрөр, кемдәр өлгөрә алмаҫ,
Мин кирегә ҡайтып киткәндә.
Пар аттарҙы егеп саналарға,
Йөрөүҙәре бик тә күңелле.
Атың егеп барыр эшең булһа,
Ошо үҙе бәхет түгелме?!
Читайте нас: