Йәнтөйәк
-9 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
19 Октябрь 2017, 12:24

Мәңге тере, мәңге асыласаҡ хазина

Уҡыусыларҙы юғары мәҙәниәтле, кешелекле, кеселекле, көслө рухлы итеп тәрбиәләүҙә бөйөк әҙибебеҙ Мостай Кәрим ижадының әһәмиәте әйтеп бөтөргөһөҙ ҙур. Уның әҫәрҙәре II-XI кластарҙа өйрәнелә. Исемлектә «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ», «Беҙҙең өйҙөң йәме» повестары, «Үлмәҫбай», «Сер» поэмалары, «Ай тотолған төндә», «Ташлама утты, Прометей!» «Салауат» трагедиялары бар. «Ҡайын япрағы тураһында» шиғыры яҙыусының гражданлыҡ хистәре, тәрән йөкмәткеле мираҫы тураһында тулы фекер йөрөтөрлөк мәғәнәгә эйә.

Мәшһүр һүҙ остаһын нығыраҡ күҙаллауҙа, тулыраҡ мәғлүмәт алыуға биографияһы менән киң таныштырыу, фотографиялар, төрлө баҫмаларҙа яҡтыртылған мәҡәләләр нигеҙендә презентациялар, китаптарының тулы йыйылмаһын дәрестәрҙә файҙаланыу ҙур әһәмиәткә эйә. Әҫәрҙәрен кластан тыш уҡыуға, Башҡортостандан алып Болгария, Венгрия, башҡа Европа илдәре аша үткән данлы һуғыш юлдарын сағылдырған щиғырҙарын өйрәнеүгә иғтибар биреү ижадын тәрәндән аңлауға килтерә. «Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!», «Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа» шиғырҙары утлы фронт юлдарының яҡты сағылышы, уҡыусыларға патриотик тәрбиә биреүҙә көслө, әһәмиәтле. «Беҙ үҙебеҙ шишмәләр», йырға һалынған «Һаумы, тиҙәр гөлдәр», «Ағиҙелдә аҡ пароход», «Йылғалар төнөн һөйләшә» әҫәрҙәрен, спектаклдәр өсөн яҙылған йырҙарын тыңлау дәрестәргә йәм бирә, ҡыҙыҡһыныу уята.
Әҙәбиәт аҙналыҡтары, кластан тыш саралар ваҡытында ойошторолған ижади күргәҙмәләр, балалар үҙҙәре әҙерләгән сәхнәләштерелгән өҙөктәр башҡорт халҡының үлемһеҙ улы Мостай Кәримдең ижадын күңелдәргә уйып һаҡлау, киләсәккә илтеүҙәге эштең көмөш тамсылары. Остаздың ижадын өйрәнеүсе райондаш шағирә Наилә Дәүләтгәрәева яҙған «Мостай Кәримгә» шиғырын уҡыусылар ҙур иғтибар менән тыңланы.
Мостай Кәримгә.
Бөйөк Мостай! Ижад диңгеҙендә
Яҡты маяҡ булып янаһың.
Күккә аша, Урал тауҙарындай,
Ҡоростан ныҡ ҡойған мираҫың.
Ҡулдарыма алам китабыңды,
Илһам бирә һүнмәҫ ижадың.
Эй, ватандаш, яҡты иҫтәлегең
Тәрән хистәремде уятты.
Тик яратып йырҙар йырланың һин
Тыуған тупраҡ, тыуған илеңә.
Мәңге талмаҫ, көслө ҡәләм бирҙе
Башҡортостан һөйгән улына.
Үтһен әйҙә айҙар, үтһен йылдар,
Һинең йөрәк әле йәнәшә.
Данлы улы, яҡты йондоҙ булып,
Ватанына бөгөн нур сәсә.
20 октябрҙә яратҡан шағирыбыҙ Мостай Кәримдең тыуған көнө. Ошо күренекле датаны уҡыусыларыбыҙ менән ҙурлап Республика көнө менән бер рәттән тантаналы линейкала билдәләнек. Мәңге тере, мәңге асыласаҡ хазина ул.
Рәмзиә Усаева,
Борай 1-се мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Читайте нас: