Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
27 Сентябрь 2017, 14:09

Башҡорт теле уҡытыусылары слеты

Мишкә ауылының Флорид Бүләков исемендәге 1-се лицейында район башҡорт теле уҡытыусыларының методик слеты үтте.

Мишкә ауылының Флорид Бүләков исемендәге 1-се лицейында район башҡорт теле уҡытыусыларының методик слеты үтте. Сара түңәрәк өҫтәл формаһында ойошторолдо. Уның эшендә район мәғариф бүлеге методистары, прокуратура хеҙмәткәре ҡатнашты.

Сараны район методик кабинеты мөдире Лилиә Мостафина асты. Ул үҙ сығышында башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙағы көнүҙәк мәсьәләләргә, уҡытыусыларҙың белемен һәм квалификацияһын күтәреүгә туҡталды.

Туған телдәр буйынса методист Л. Хәсәнова хеҙмәттәштәрен район мәғариф учреждениеларында туған телдәрҙе, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыу буйынса мәғлүмәт менән таныштырҙы. Дәреслектәр һәм уҡыу әсбаптарын файҙаланыу һорауҙары тураһында уҡыу фонды буйынса методист Н. Биктубаева сығыш яһаны. Ул БР Мәғариф министрлығы тарафынан башҡорт теле һәм әҙәбиәтен өйрәнеү өсөн уҡыу әсбаптарын федераль исемлеккә индереү буйынса маҡсатлы эш алып барылыуын билдәләне.

Түңәрәк өҫтәл эшендә һәр кем ҡатнаша алды. Уҡытыусылар тәжрибә уртаҡлашты, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙа заманса алымдарҙы тикшерҙе, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте.

— Беҙҙең заманда патриотизм мәсьәләһе актуаль. Ысын патриот үҙенең Тыуған иле менән бәйле бөтә нәмәне хөрмәт итә һәм ҡәҙерен белә. Беҙ уҡыусыларҙы сит ил тарихы, мәҙәниәте менән таныштырабыҙ, ә үҙебеҙҙең Башҡортостан тураһындағы мәғлүмәтте һынлы сәнғәт, музыка, технология дәрестәре сиктәрендә бирәбеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте” фәне уҡыу процесынан юғалырға мөмкин. Киләсәк быуында илһөйәрлек, телһөйәрлек тойғолары, халҡыбыҙ традицияларына, мәҙәниәтенә хөрмәт һәм һөйөү тәрбиәләү — башҡорт теле дәрестәренең төп маҡсаты. Минеңсә, әгәр ҙә беҙ Тыуған илебеҙ патриоттарын тәрбиәләргә теләйбеҙ икән, башҡорт теле дәүләт теле булараҡ мотлаҡ уҡытылырға тейеш, — тип фекерҙәре менән бүлеште Камай урта мәктәбе директоры Л. Кәримова.

Л. Хәсәнова.
Читайте нас: