Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
11 Сентябрь 2017, 14:24

Туған тел — зиһен асҡысы

Республика мәктәптәрендә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыу тураһында һүҙ көн үҙәгендә булды. Бөрө ҡалаһы 1-се һанлы мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фирүзә Солтанова ла туған тел уҡытыуға бәйле фекерҙәре менән уртаҡлашты.

— Туған телеңдә уйлау, рәхәтләнеп һөйләшә алыу — ҙур бәхет. Илде тотҡан телем һүнмәһен ине. Әсә телен белгән, яратҡан, ҡәҙерләгән кешегә тормошта үҙ урынын табыуы ла еңел буласаҡ. Ә башҡа телдәр белеү кешеләр араһында үҙеңде иркен тотоу, аяғыңда ныҡ баҫып тороу мөмкинлеге бирә. Үҙ миҫалымда әйтә алам: немец телен мәктәптә яҡшы уҡыуым институтта ярҙам итте, мари теле нигеҙҙәрен өйрәнеү эшемдә кәрәк булып сыҡты.
Бөтә нәмә ғаиләнән башлана. Бәләкәй саҡтан өйҙә һәм мәктәптә китап-журналдар күреп, уҡып үҫтем. “Аҡбуҙат”, “Аманат”, “Ватандаш”, “Шоңҡар”, “Башҡортостан уҡытыусыһы" журналдарын, “Йәншишмә”, “Йәшлек” гәзиттәрен алдырып уҡый инек. Әсәйем Винария Мөкәрәм ҡыҙы немец һәм француз теле уҡытыусыһы булғас, хатта Германиянан “Гутен таг” журналын алдырҙыҡ. Аҡ бабайым Булат Асрар улы Хөснийәровтың бай китапханаһы хайран ҡалдыра торғайны. Туған телдә гәзит-журналдар, китаптар уҡыу күңелемде байытты, үҙ-үҙемә ышаныс өҫтәне. Улыбыҙ менән ҡыҙыбыҙҙы ла туған телен белгән, хөрмәт иткән, “Беҙ – башҡорт” тип ғорурланып әйтә алған кешеләр итеп тәрбиәләргә тырышабыҙ. Әсә теле башҡа телдәрҙе өйрәнергә лә ярҙам итә.
Әйткәндәй...
Фирүзә Хәлил ҡыҙы 2009 йылда уҡ «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара конкурсында иң йәш конкурсант булып ҡатнашырға өлгөрҙө. Хеҙмәттәштәре араһында үҙ фекерен яҡлай алған, халыҡтың киләсәген ҡайғыртҡан, телен, милләтен яратҡан, бай рухлы, белемле шәхес итеп күрһәтә алды һәм “Өмөтлө уҡытыусы” номинацияһында еңеү яуланы. Үҙ һөнәренең оҫтаһы булған Фирүзә Солтанова яңы үрҙәргә, уңыштарға һөйөнөп, ҡанатланып йәшәй.
Ғәлиә Ғәниева.
Читайте нас: