Йәнтөйәк
+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
6 Сентябрь 2017, 12:54

Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ, Иле юҡтың ғына теле юҡ!

Рәми ҒАРИПОВ Туған тел Мин халҡымдың сәскә күңеленән Бал ҡортондай ынйы йыямын, Йыямын да – йәнле ынйыларҙан Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.

Рәми ҒАРИПОВ


Туған тел


Мин халҡымдың сәскә күңеленән
Бал ҡортондай ынйы йыямын,
Йыямын да – йәнле ынйыларҙан
Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.


Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:
Бер телдән дә телем кәм түгел –
Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,
Кәм күрер уны тик кәм күңел.


Халҡым теле миңә – хаҡлыҡ теле,
Унан башҡа минең илем юҡ;
Илен hөймәҫ кенә телен hөймәҫ,
Иле юҡтың ғына теле юҡ!


Әсәм теле миңә – сәсән теле,
Унан башҡа минең халҡым юҡ,
Йөрәгендә халҡы булмағандың
Кеше булырға ла хаҡы юҡ!

Читайте нас: