Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
29 Август 2017, 12:34

«Башҡорт телен белеү мөһим»

Асҡын районы хакимиәте мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Мөнзилә Әхмәтова: — Башҡорт телен уҡытыу — бөгөн көнүҙәк темаларҙың береһе булып ҡала. 11 августа уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова күп һорауҙарға асыҡлыҡ индерҙе. Мәктәптә туған телдәр уҡытыу мотлаҡ ата-әсәләрҙең теләгенә ярашлы алып барылырға тейеш. Туған тел булараҡ ниндәй телде уҡытҡылары килә балаларына, шуны һайлайҙар. Был йәһәттән, ата-әсәләр аңлап эш итер, балаларын туған телдән мәхрүм итмәҫ, тип ышанғы килә. Президентыбыҙ: «Беҙ Башҡортостанда йәшәйбеҙ, әгәр мәктәптәрҙә аҙнаһына бер тапҡыр башҡорт теле дәүләт теле булараҡ уҡытылһа, бынан бер ниндәй ҙә насарлыҡ юҡ, тик яҡшы ғына буласаҡ. Балалар тел мөхитенә йәлеп ителәсәк», — тине. Ошо һүҙҙәргә мәктәптәрҙең коллегиаль органдары ла ҡолаҡ һалып, вариатив өлөштө башҡорт теленә бирер, тип уйлайым. Эйе, хәҙер белем усаҡтары үҙенең уҡытыу пландарын үҙ аллы билдәләргә хоҡуҡлы. Яңы белем биреү стандарттары укытыусылар алдында ҙур талаптар ҡуя. Берҙәм дәүләт имтихандарында уҡыусылар яҡшы һөҙөмтә күрһәтһен, тип тырышабыҙ. Ләкин былар халҡыбыҙ мәҙәниәтен, тарихын балаларға еткереү тигән бурысты беҙҙең иңдән төшөрмәй. Директор, уҡытыусылар бер йүнәлештә эшләгән, ата-әсәләр араһында аңлатыу эштәре алып барылған белем усаҡтарында эштәр көйлө бара. Миҫал итеп Асҡын 2-се мәктәбен күрһәткем килә. Бында уҡыусылар биш йыл рәттән башҡорт теленән төбәк-ара олимпиадала ҡатнашып, призер булды. Кристина Малашкевич ике йыл тоташтан еңеүселәр рәтен тулыландырҙы. Үткән уҡыу йылында республиканың Мәғариф министрлығы башҡорт телен әсә теле булараҡ уҡыған X класс уҡыусылары араһында диагностикалау үткәргәйне. Бында ла юғары һөҙөмтәләр күрһәттеләр. Беҙгә балалар киләсәген уйлап эш итергә кәрәк. Күңелдәрендә икеләнеү булмаһа, ата-әсәләрҙән тик хуплау һүҙҙәре генә ишетһәләр, башҡорт телен хөрмәт итерҙәр, ауырһынмай ғына уҡырҙар. Күберәк телдәр белгән һайын кешенең аң даирәһе киңәйә, хәтере яҡшыра, ундайҙар хеҙмәт баҙарында ла конкуренцияға һәләтле. Сулпан Ғилметдинова яҙып алды.

Асҡын районы хакимиәте мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Мөнзилә Әхмәтова:
— Башҡорт телен уҡытыу — бөгөн көнүҙәк темаларҙың береһе булып ҡала. 11 августа уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә мәғариф министры Әминә Шафиҡова күп һорауҙарға асыҡлыҡ индерҙе. Мәктәптә туған телдәр уҡытыу мотлаҡ ата-әсәләрҙең теләгенә ярашлы алып барылырға тейеш. Туған тел булараҡ ниндәй телде уҡытҡылары килә балаларына, шуны һайлайҙар. Был йәһәттән, ата-әсәләр аңлап эш итер, балаларын туған телдән мәхрүм итмәҫ, тип ышанғы килә. Президентыбыҙ: «Беҙ Башҡортостанда йәшәйбеҙ, әгәр мәктәптәрҙә аҙнаһына бер тапҡыр башҡорт теле дәүләт теле булараҡ уҡытылһа, бынан бер ниндәй ҙә насарлыҡ юҡ, тик яҡшы ғына буласаҡ. Балалар тел мөхитенә йәлеп ителәсәк», — тине. Ошо һүҙҙәргә мәктәптәрҙең коллегиаль органдары ла ҡолаҡ һалып, вариатив өлөштө башҡорт теленә бирер, тип уйлайым. Эйе, хәҙер белем усаҡтары үҙенең уҡытыу пландарын үҙ аллы билдәләргә хоҡуҡлы. Яңы белем биреү стандарттары укытыусылар алдында ҙур талаптар ҡуя. Берҙәм дәүләт имтихандарында уҡыусылар яҡшы һөҙөмтә күрһәтһен, тип тырышабыҙ. Ләкин былар халҡыбыҙ мәҙәниәтен, тарихын балаларға еткереү тигән бурысты беҙҙең иңдән төшөрмәй. Директор, уҡытыусылар бер йүнәлештә эшләгән, ата-әсәләр араһында аңлатыу эштәре алып барылған белем усаҡтарында эштәр көйлө бара. Миҫал итеп Асҡын 2-се мәктәбен күрһәткем килә. Бында уҡыусылар биш йыл рәттән башҡорт теленән төбәк-ара олимпиадала ҡатнашып, призер булды. Кристина Малашкевич ике йыл тоташтан еңеүселәр рәтен тулыландырҙы. Үткән уҡыу йылында республиканың Мәғариф министрлығы башҡорт телен әсә теле булараҡ уҡыған X класс уҡыусылары араһында диагностикалау үткәргәйне. Бында ла юғары һөҙөмтәләр күрһәттеләр.
Беҙгә балалар киләсәген уйлап эш итергә кәрәк. Күңелдәрендә икеләнеү булмаһа, ата-әсәләрҙән тик хуплау һүҙҙәре генә ишетһәләр, башҡорт телен хөрмәт итерҙәр, ауырһынмай ғына уҡырҙар. Күберәк телдәр белгән һайын кешенең аң даирәһе киңәйә, хәтере яҡшыра, ундайҙар хеҙмәт баҙарында ла конкуренцияға һәләтле.
Сулпан Ғилметдинова
яҙып алды.

Читайте нас: