Байҡыбаш урта мәктәбенең юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әсбирә Мәғәфүр ҡыҙы Кәбирова ла башҡорт теле, һис шикһеҙ, уҡытылырға тейеш, ти.
Был белем усағында башҡорт, рус, мари, татар милләтенән булған балалар белем алғанға, башҡорт теле туған һәм дәүләт теле булараҡ уҡытыла. Балалар телде хөрмәт итһен, яратып өйрәнһен өсөн бар тырышлығын һала Әсбирә Мәғәфүр ҡыҙы. Уның етәкселегендә күп йылдар телһөйәрҙәр өсөн «Тамыр» түңәрәге лә эшләне. Бынан тыш, фольклорҙы белгән өлкән кешеләр, һәүәҫкәр артистар, ҡул эше оҫталары менән осрашыуҙар үткәреп, тәбиғәт ҡосағына экскурсиялар ойоштороп, тыуған төйәккә, уның уңған халҡына ҡарата ихтирам уята. Тәрбиә әле башҡорт халҡының йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә, тарихына бәйләп алып барыла. Уҡыусылар менән концерттар әҙерләп, ауылдаштарын һоҡландыра. Мәктәптә төрлө йола байрамдары, Республика көнөнә арналған аҙналыҡ үтә.
Тәжрибәле уҡытыусының эшен, тырышлығын күрә беләләр. 2010 йылда уға башҡорт теле уҡытыусыларының район бәйгеһендә ҡанашырға тәҡдим итәләр. Әсбирә Мәғәфүр ҡыҙы унда еңеп сыға һәм республика конкурсында ҡатнашып, «Йөрәгемде балаларға бирәм» номинацияһына лайыҡ була. 2012 йылда — республика, ә 2014-тә РФ Мәғариф министрлығы грантына лайыҡ була.
— «Башҡортостанда һәр милләттең үҫеше тәьмин ителгәндә, башҡорт теле, һис шикһеҙ, уҡытылырға тейеш. Бөгөн беҙгә конкрет ярҙам кәрәк. Федераль дәүләт стандарттарына ярашлы сығарылған китаптарҙы тиҙерәк баҫтырып, мәктәптәргә таратһалар, нисек шәп булыр. Беҙ ең һыҙғанып эшләргә әҙер, тик дәрестәр һаны кәмемәһен ине. Ата-әсәләргә дәүләт телен өйрәнеү ул — республикабыҙға ҡарата ихтирам, уның абруйын күтәреү икәнен аңлатырға кәрәк, — тигән фекерҙәре менән бүлеште үҙ эшенең оҫтаһы булған Әсбирә Кәбирова.