Бөтә яңылыҡтар

Төбәктә Мари мәҙәниәте көндәре уҙҙы

Республикабыҙҙа үткән Мари мәҙәниәте көндәре сиктәрендә Бөрө ҡалаһында I Мари халҡы съезының 100 йыллығына арналған «Мари халҡының этномәҙәни оҡшашлығын булдырыуҙа мәҙәниәт һәм мәғарифтың роле: тарихи боронғолоҡ» ғилми-ғәмәли конференцияһы булды.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәтенең эске сәйәсәт буйынса етәксеһе урынбаҫары Максим Михайлов конференцияла ҡатнашыусыларға Рөстәм Хәмитовтың тәбрикләү хатын уҡып ишеттерҙе. Унда былай тиелә: «Ҡәҙерле дуҫтар! Башҡортостандың күп милләтле халыҡтары исеменән «Мари халҡының этномәҙәни оҡшашлығын булдырыуҙа мәҙәниәт һәм мәғарифтың роле: тарихи боронғолоҡ» ғилми-ғәмәли конференцияһында ҡатнашыусыларҙы ысын күңелдән сәләмләйем. Башҡортостандың нәҡ ошо ерендә 1917 йылда мари халҡының беренсе съезы уҙа. Уның делегаттары Рәсәй халыҡтары ғаиләһендә мари этносының киләсәген билдәләүсе бик мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҡатнаша».
«Шул ваҡыттан алып теүәл бер быуат ваҡыт үтте. Башҡортостан мариҙары туған телен, үҙенә генә хас мәҙәниәтте, бай йолаларҙы һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлап ҡалды. Дәүләт власы, урындағы үҙидара һәм республикалағы мари йәмәғәтселегенең уртаҡ ярҙамы менән мариҙар туған телен өйрәнә алһын өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған, — тиелә республика Башлығының Башҡортостан ерендә йәшәүсе мариҙарҙың тормошо хаҡындағы телмәрҙә. — Мари филологияһына нигеҙ һалыусы Валериан Васильевтың, йәмәғәт эшмәкәре Николай Алексеевтың, мари әҙәбиәте классигы Яныш Ялкайндың, композитор Алексей Искәндәровтың музейҙары асылған. «Эрвел Марий» төбәк мари милли-мәҙәни автономияһы ҙур эш алып бара. Мари мәҙәниәте көндәре саралары милли мәҙәниәттәрҙе үҙ-ара байытыуға, халыҡтар араһында дуҫлыҡты нығытыуға булышлыҡ итә».
Бөрөгә Мари Иле Республикаһынан 103 кешенән торған делегация килде, 140-лаған кеше Башҡортостандан мари мәҙәниәте менән таныштырҙы. Конференция башланыр алдынан унда ҡатнашыусылар һәм байрам ҡунаҡтары музейҙа һәм мариҙарҙың тормошона арналған майҙансыҡтарҙа һәм күргәҙмәләрҙә булды. I Мари халҡының съезына йөҙ йыл тулыу уңайынан мемориаль таҡтаташҡа сәскәләр һалынды. Кискеһен Ҡала мәҙәниәт һарайында байрам концерты үтте.

Читайте нас: