Йәнтөйәк
-4 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Һөнәренә ғашиҡ

Башҡорт һәм татар теле уҡытыусыһы Гүзәлиә Заһитова һәр уҡыусының күңеленә асҡыс таба

Гүзәлиә Заһитова оҙаҡ йылдар татар һәм башҡорт теле уҡытыусыһы булып эшләй. Балалар, телем, илем, халҡым тип янып йәшәгән, йөрәк йылыһын йәлләмәй өләшкән уҡытыусының дәрестәрен уҡыусылары көтөп ала. Сөнки ул телдең нескәлектәрен асып бирә, оҫта итеп, ҡыҙыҡһындырып дәрес үткәрә.
Гүзәлиә Рәфиҡ ҡыҙы уҡыусының ни тиклем дөрөҫ һөйләүе һәм яҙыуы тәү сиратта уҡытыусынан торғанын, ҡоро ҡағиҙәләр менән генә яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеп булмаҫын хеҙмәт юлы башында уҡ аңлай. Шуға күрә ул билдәле башҡорт һәм татар яҙыусылары, шағирҙарының әҫәрҙәрен һәм шиғырҙарын үҙенең ярҙамсылары итеп ала. Сөнки уларҙы өйрәнгәндә телгә, әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләнә, тел байлығы һәм быуындарҙың ижади мираҫы асыла.
Яҡшы һөҙөмтәләр оҙаҡ көттөрмәй — Гүзәлиә Рәфиҡ ҡыҙының уҡыусылары район олимпиадаларында призер һәм еңеүсе була. Иншалар конкурсы еңеүселәре Дилә Әғләмова, Лиана Кайбышева, призерҙар Илдус Солтанов, Илнара Заһитованың иншаларында тәрән һәм төплө белеме, ижади фекерләү һәләте күренә. Илнар Заһитов “Ауыл хужалығын иҫәпкә алыу балалар күҙлегенән” иншалар конкурсының республика этабында ла “Туған телемдә” номинацияһында икенсе урын яулай.
Йыл башында Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатында IX-XI класс уҡыусылары араһында татар теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиаданың төбәк этабы үтте. Өс турҙағы олимпиадала республиканың 32 районы һәм ҡалаһынан 111 уҡыусы ҡатнаша. Сара сиктәрендә бәйгеселәр юғары уҡыу йорттары һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, ижад кешеләре менән осраша.
Өс тур һөҙөмтәләре буйынса Гүзәлиә Рәфиҡ ҡыҙының уҡыусыһы — Кәмәй урта мәктәбендә XI класта белем алыусы Лиана Кайбышева олимпиада призеры булды һәм Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының дипломы менән бүләкләнде.
— Күп милләтле районыбыҙҙа байтаҡ бала төрлө телде аңлай һәм һөйләшә. Шуға күрә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәтеү миңә ауыр түгел. Кәмәй урта һәм Байтура башланғыс мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытам. Туған телдәре мари теле булһа ла, балалар башҡорт теле һәм әҙәбиәтен ихлас өйрәнә. Уҡыусыларҙың предметҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныуы бар икән, эшләүе лә еңел һәм рәхәт, һәр дәресте мауыҡтырғыс, йөкмәткеле итке килә, — ти ижади эшләүсе уҡытыусы.
Гүзәлиә Заһитова үҙ балаларында ла күңел биреп башҡарған эшенә, туған телгә һөйөү тәрбиәләгән. Ҡыҙы Зилиана әсәһе юлынан китеп, уҡытыусы һөнәрен һайлаған. Улы Илнар башҡорт телендәге “Республикам минең” иң яҡшы шиғырҙар, хикәйәләр, әкиәттәр, иншалар конкурсының муниципаль этабында призер булды.
Уҡыусының ышанысын яулау, үҙ предметыңа ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү еңел эш түгел. Һәр уҡытыусының балаларға үҙ мөнәсәбәте. Гүзәлиә Заһитова балаларға яҡынайыу юлын китаптарҙа таба, сөнки нәҡ әҙәбиәт аша тормошто аңларға өйрәнәбеҙ, күп һорауҙарға яуап табабыҙ.

Читайте нас: