— Гүзәл Фоат ҡыҙы, район Мәҙәниәт һарайында 26 йылдан ашыу тырыш хеҙмәтегеҙ менән, “Тамаша” халыҡ театры режиссеры һәм художество етәксеһе булараҡ та һеҙ ҡариҙелдәргә күптән таныш. Бала саҡ хыялығыҙ ниндәй ине?
— Бала саҡтан артистарға оло хөрмәт менән ҡараным, ғөмүмән, талант эйәләренә ғашиҡ инем. Районыбыҙҙың 20-ләп кенә йорттан торған Имән ауылында тыуып-үҫтем. Уның иҫ киткес матур тәбиғәте, ихлас халҡы күңелемдә яҡты хәтирәләр булып мәңгелеккә уйылып ҡалды. Әсәйемдең тауышы матур, күңеле тулы йыр-моң ине. Мәктәптә уҡығанда “Кем булырға теләйһең” тигән һорауға, мин “уҡытыусы булам”, тип яуаплай инем. Ләкин күңелдә сәнғәткә булған мөхәббәт көслөрәк булған, күрәһең.
—Ҡайҙа белем алдығыҙ?
— Башта тыуған ауылым Имәндә, артабан күрше Үреш-Битулла мәктәбендә 8-се класты тамамлағандан һуң, Ҡыҙыл Үреш мәктәбендә урта белем алдым. Йырларға, концерттарҙа ҡатнашырға ярата инем. Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумын тамамлап, Ҡариҙел район Мәҙәниәт йортонда хеҙмәт юлымды башланым. Бер йыл эшләгәс, Силәбе мәҙәниәт һәм сәнғәт институтына уҡырға индем һәм 1999 йылда уны уңышлы тамамланым.
— Оҙаҡ йылдар методист, директор, художество етәксеһе вазифаларын башҡарҙығыҙ. “Шишмәләр” рус фольклор музыка мәктәбенә йөрөүсе балалар менән күп йылдар эшләйһегеҙ. Барыһына ла нисек өлгөрәһегеҙ?
— Эйе, театрлаштырылған тамаша, йолалар, байрамдар режиссеры булараҡ, компьютер, интернет юҡ заманда мәҙәни сараларға әҙерләнеү өсөн төрлө методик материалдарҙан китап-журналдарҙан, кәрәкле һүҙҙәр, шиғырҙар эҙләп, йөрәктән сыҡҡан матур фекерҙәрҙе берләштереп сценарийҙар яҙыу, уларҙы әҙерләп күрһәтеү күп ваҡытты ала ине. Яуаплылыҡ, күңел талабы булмай тороп, уңышҡа өлгәшеп булмай. Үҙемә оҡшаған һөнәргә эйә булып, хыялымдың тормошҡа ашыуына һөйөнөп бөтә алмайым. Шөкөр, сәнғәт донъяһында ҡайнап ижад итеү насип булды миңә.
— Гүзәл Фоат ҡыҙы, “Тамаша” халыҡ театры тураһында һөйләгеҙ әле.
— Йәш саҡта Башҡорт дәүләт академия драма театрында барған барлыҡ спектаклдәрҙе ҡарап сыҡтым. Сәхнәлә уйнаған артистар минең өсөн донъяла иң бәхетле кешеләр ине. Театр сәнғәтенә һөйөүем шул тиклем көслө булды. Ә хәҙер етәксе булараҡ, төрлө спектаклдәр әҙерләп, үҙем дә ролдәрҙе башҡарып, ҡәнәғәтлек, шатлыҡ хистәре кисерәм. Эшебеҙҙе 2000 йылда Туфан Миңнуллиндың “Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр” исемле драмаһын әҙерләп сәхнәгә сығарыуҙан башланыҡ. Һуңынан яңы спектаклдәр, драматик этюдтар, көлкөлө тамашалар менән тамашасыны таныштырҙыҡ. Шуға шатланам, халыҡ күңелендә театр сәнғәтенә һөйөү уятып, актерҙар табып, эшемде дауам итергә ҡыйыулыҡ таптым.
— “Тамаша” театр студияһы нисәнсе йыл эшләй?
— Театр коллективы менән етәкселек итеүемә быйыл 19 йыл. 2012 йылда “Тамаша” театры халыҡ исеменә лайыҡ булды. “Тамаша” үҙ сәхнәһендә генә “ҡайнамай”. Дуҫлыҡ һәм туғанлыҡ илсеһе булып ауыл клубтары буйлап та, күрше райондарға ла ижади сәфәр ҡыла. Халыҡ һорауы буйынса рус телендә спектаклдәр сәхнәләштерә башланыҡ. Мәҫәлән, Флорид Бүләковтың “Выходили бабки замуж”, “Голубцы по объявлению” спектаклдәрен ҡуйҙыҡ. Ә күптән түгел Ольга Степнованың “Клюква в сахаре” комедияһы менән Тәтешле районында уңышлы сығыш яһап ҡайттыҡ.
— Театр етәксеһе булып китеүегеҙ һеҙҙең өсөн, тәү сиратта, шатлыҡмы, әллә мәшәҡәтме?
— Беҙҙең яҡтарҙа йыр-моң, театр сәнғәтен һөйөүсе халыҡ йәшәй. Спектаклде әҙерләп, тамашасы алдына сығарыу күп көс талап итә. Шулай ҙа үҙешмәкәр артистарыбыҙҙың тырышлығы ҙур уңыштарға илтә. Барыһына ла оло рәхмәтемде еткерәм. Беҙҙең өсөн иң ҙур баһаны тамашасы бирә. Коллективты һәр ерҙә яҡты йөҙ, асыҡ күңел менән ҡаршы алалар һәм яңынан килеүебеҙҙе һорайҙар. Был инде беҙҙе ҡанатландыра, тағы ла тырышыбыраҡ эшләргә дәрт һәм көс бирә.
— Белеүемсә, үҙегеҙ башҡарған ролдәр ҙә бихисап. Бигерәк тә ҡатын-ҡыҙ образын ҙур оҫталыҡ менән башҡараһығыҙ. Етәксенең театрҙағы роле нимәнән ғибәрәт?
— Эйе, үҙем дә сәхнәлә уйнауҙан күңелемә йәм табам. Миңә күп ваҡыт: “Актерҙарҙы ролдәргә нисек шулай тура килтереп һайлай алаһығыҙ?” — тигән һорау бирәләр. Иң мөһиме, төп геройҙарҙың холҡон, тәбиғәтен аңлау өсөн спектаклдең йөкмәткеһен үҙең ныҡлап өйрәнәһең. Шунан һуң ролдәргә кеше эҙләй башлайһың. Халыҡ менән аралашҡанда ғына театрҙа уйнаусылар табып була.
— Даими составта нисә кеше? Нисә йәштәләр?
— Коллективты 16-нан алып 70 йәште уҙған кешеләр тәшкил итә. Улар араһында төрлө һөнәр эйәләре бар. Быйыл Рәсәйҙә иғлан ителгән Театр йылын республикабыҙҙың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығына бағышлап “Ҡыҙ урлау” спектакле менән астыҡ. Бында 20-нән ашыу үҙешмәкәр актер ҡатнашты. Спектаклдәрҙә уйнарға теләк белдереүселәр һаны йылдан-йыл арта. Театрҙың үҙ йөҙө бар, тамашасы уны таный, хөрмәт итә, яңы осрашыуҙар көтә.
— Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Гүзәл Фоат ҡыҙы. Һеҙгә артабан да татар һәм рус телендәге сәхнә әҫәрҙәрендә сағыу образдар тыуҙырып, тамашасыларҙы ҡыуандырып торорға, театр коллективына яңынан-яңы үрҙәр яуларға яҙһын.