Бөтә яңылыҡтар
Театр йылы
30 Сентябрь 2019, 14:24

Асҡындар эстафетаны борайҙарға тапшыра

Бөгөн, 30 сентябрҙә, Ҡубияҙ ауылы мәҙәниәт йортонда асҡындар Рәсәйҙә һәм Башҡортостан Республикаһында Театр йылына арналған үҙешмәкәр театрҙарҙың фестиваль-марафоны штандартын борайҙарға тапшыра.

Борай район Мәҙәниәт йортоноң халыҡ театры Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” спектаклен сәхнәләштерәсәк. 1 октябрҙә улар фестиваль штандартын балтастарға тапшырасаҡ. Балтастар иһә Борай район Мәҙәниәт йорто сәхнәһендә Әнғәм Атнабаевтың “Балаҡайҙарым” спектаклен тамашасыларға тәҡдим итәсәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, асҡындар фестиваль штандартын мишкәләрҙән барып алғайны. Район Мәҙәниәт йортоноң “Бүләк” халыҡ театры (режиссеры Илсур Ғилфанов) Наил Ғәйетбайҙың “Әстәғәфирулла” спектаклен бик уңышлы уйнаны.
Читайте нас: