Бөтә яңылыҡтар
Театр йылы
19 Май 2019, 18:43

Музейҙар төнөндә Асҡынға артистар ҡайтты


Халыҡ-ара музейҙар көнө донъяның 150-нән ашыу илендә рәсми байрам тип һанала. Был көндө донъя музейҙарының ишектәре һәр кем өсөн асыҡ булып, бында төрлө лекциялар, экскурсиялар, тамашалар ойошторола. Театр йылына арналып үткәрелгән сараны Асҡындар ҙа йәнле итеп үткәрҙе.

"Нур" дәүләт татар театрының әйҙәүсе актрисаһы — райондашыбыҙ Рида Фәхрисламованы, шулай уҡ Лина Ғәниеваны, көлкө һәм юмор оҫтаһы Альберт Уразмәтовты, сәнғәт училищеһы студенты — өмөтлө йәш артист Азат Кадыровты тамашасы көтөп алды. Йыр-моңло, көлкөлө тамашалы кисә бер тында үтте. Бынан тыш, килгән халыҡ төрлө күргәҙмәләр ҙә ҡараны, Пионерҙар көнө уңайынан ойошма тураһында мәғлүмәт алды һәм викторинала ҡатнашты, йырҙар ҙа йырланы.
Читайте нас: