Ҡубияҙ мәктәбе коллективы ошо көндәрҙә Наил Ғәйетбаевтың “Ауылға ҡыҙҙар килде, йәки моңдар ҡайтһын ауылға” тигән ике пәрҙәле комедияһын сәхнәгә ҡуйҙы. Әҫәр бөгөн күп ауылдарға хас булған актуаль һорауҙы күтәреп сыҡты. Концерт менән ауылға бик матур һәм һәләтле ҡыҙҙар килә. Ауыл артабан йәшәһен, өйләнмәгән егеттәр ғаилә ҡорһон өсөн нисек тә ошо ҡыҙҙарҙы алып ҡалырға кәрәк. Ролдәрҙе Рәзифә Ғайфуллина (сәхнәгә ҡуйыусы ла), Ләйлә Туҡтағолова, Гөлшат Ғәлимйәнова, Альмира Арсланбәкова, Мөзәмил Солтаншин, Хәмит Фәтхетдинов, Азат Әхмәтйәнов, Резеда Ғәлләмова, Хәлим Риянов башҡарҙы. Музыкаль яҡтан пьесаны Лилиә Фәтхетдинова биҙәне.
Комедияны Ҡубияҙ ауылы халҡы ғына түгел, иҫке ҡаҙансылар ҙа күрҙе. Залдар һәр ерҙә тулы булды. Ролдәрҙе башҡарыусылар бөтә тырышлығын һалып уйнаны. Тамашасы һәүәҫкәр артистарҙы алҡыштарға күмде, рәхмәттәрен еткерҙе.
Афарин, Ҡубияҙ уҡытыусылары! Әлбиттә, һеҙҙең һәр берегеҙ был эшкә үҙ өлөшөн индергән, күңелен һалған.