Йәнтөйәк
-18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Театр йылы
26 Февраль 2019, 14:01

Ҡашҡа ауыл мәҙәниәт йорто сәхнәһендә — “Аҡбуҙат” коллективы

Театр — сәнғәттең иң гүзәл төрө. Ул кешеләрҙе көлдөрә лә, илата ла, уйландыра ла. Беҙ бөгөнгө тормошобоҙҙо театрҙан башҡа күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Сөнки театр — тормош көҙгөһө.

Ҡашҡа ауыл мәҙәниәт йортонда Ватанды һаҡлаусылар көнөнә бағышлап, “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы коллективы драматург Данил Сәлиховтың “Пуля” тигән пьесаһын сәхнәләштерҙе. Спектаклдә ҡатнашыусылар ролдәрен яратып, ысын күңелдән уйнаны. Ролдәрҙе башҡарҙылар: Әсләф Әсләхович — Рәзидә Хәйрисламова (ҡарауылсы), Зәйтүнә — Эльза Әфтәхова (тәрбиәсе ярҙамсыһы), Зәйтүнә — Эльвира Фазлетдинова (тәрбиәсе), Гөлсөм — Рима Ғәлләмова, Мәрфуға — Фәнилә Әхмәҙишина ( музыкаль етәксе), Зәм-Зәмиә — Флидә Ғәлләмова (тәрбиәсе), медицина хеҙмәткәрҙәре — Мәдинә Дельмиева, Гөлшат Нурмиева (ашнаҡсылар). Спектаклде музыкаль яҡтан мәҙәниәт йорто методисы Азат Әбүбакиров биҙәне. Суфлер — китапханасы Гөлфиә Сабирова.

Тормоштан алынған күренештәрҙе тасуирлаған спектаклде тамашасылар йылы ҡабул итте, көслө алҡыштар менән рәхмәт белдерҙе. Беҙ ҙә, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, үҙ сиратыбыҙҙа, ауыл мәҙәниәт йортонда үткәрелгән сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан ауылдаштарыбыҙға рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.

Фәрзәнә Яруллина,

Ҡашҡа ауыл мәҙәниәт йорто методисы.
Читайте нас: