Мауза апай — Иҫке Күскилде ҡыҙы
Мауза Фәйзелғаян ҡыҙы Иҫке Күскилде ауылында тыуып үҫә.Ғаиләлә биш бала тәрбиәләнә. Малайҙар кеүек шуҡ, үткер ҡыҙ була ул. Өй ҡыйығы, ағас башында йөрөүҙәр уға бер ни ҙә тормай! Велосипедта, атта уҙышыуҙарҙа ла һәр саҡ беренселәрҙән була.
Иҫке Күскилде башланғыс мәктәбендә белем алғас, уҡыуын Урмияҙ урта мәктәбендә дауам итә һәм уны 1967 йылда уңышлы тамамлай. Йәш ҡыҙ бер йыл Асҡында икмәк бешереү йортонда эшләй. Артабан Өфөлә тегеүселәр курсын тамамлап, Урмияҙҙа тегеүсе булып эшләй. Күп тә тормай Ташкентҡа сығып китә. Унда өс йыл туҡыусы булып эшләгәс, тыуған ауылына ҡайта. 1975 йылда Мауза апай Ҡашҡа ауылы егете Хәмит Әминевҡа кейәүгә сыға. Йәштәр Ҡашҡала төпләнә.
Йәш килен көнкүреш комбинатына тегеүсе булып эшкә урынлаша һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы 27 йыл бирелә намыҫлы хеҙмәт итә. Ошо йылдар эсендә ул бай тэжрибә туплап, үҙ эшенең оҫтаһы на әйләнә. Кем генә һәм ниндәй ауылдарҙан ғына Мауза апайға мөрәжәғәт итмәне икән эш дәүерендә?! Төрлө күлдәктәр, костюмдар, хатта бына тигән тундар ҙа тегәләр ул саҡтарҙа. Ә күпме иҫкергән, бәләкәйгән, йыртылған кейемдәргә яңы һулыш өрә ул? Мауза апайҙың оҫта тегеүсе булыуы хаҡында үҙен ҡотларға килеүсе хаҡлы ялдағы уҡытыусылар Рәфидә Мәхийән ҡыҙы Кәлимуллина менән Гөлниса Әбделғәлим ҡыҙы Әғләмова ла һөйләне. “Магазинда кейем булмаған ауыр йылдарҙа Мауза апайҙың балалары иң матур кейенгәндәре була торғайны. Сөнки Бар эшкә лә оҫта әсә ҡыҙҙарына береһенән-береһе матур яңы күлдәктәр тегеп кейҙерә ине.Балалары бик егәрле, аҡыллы булды. Мәктәптә тырышып уҡынылар, кластан тыш сараларҙа әүҙем ҡатнаша торғайнылар”, — тип Мауза фәйзелғаян ҡыҙына иң изге теләктәрен еткерҙеләр.
Мауза апай тормош иптәше Хәмит ағай менән биш балаға — өс ҡыҙ һәм ике улға ғүмер бирә. Үҙҙәре һымаҡ уларҙы ла аҡыллы, эшһөйәр, тырыш итеп тәрбиәләп үҫтерә. Ул һәм ҡыҙҙарының һәр береһе тормошта үҙ юлын табып, матур ғаилә ҡороп, балалар, хатта ейән-ейәнсәрҙәр үҫтерә. Өлкән ҡыҙҙары Эльмира — Өфөлә, ә Дилфирә, Зилә, Филүс ғаиләләре менән Иглин ҡасабаһында йәшәй. Юлай улы килене Азалия менән Ҡашҡала төпләнгән. Улар береһенән-береһе һылыу ике ҡыҙ үҫтерә. Мауза апайҙы оло юбилейы менән ҡотларға бар балалары (Зилә ҡыҙы ғына йәш бала ҡарау сәбәпле ҡайталмай, килен-кейәүҙәре, ейән-ейәнсәрҙәре ҡайтҡайны. Улар иң йылы, изге теләктәрен әсәләренә еткереп, матур итеп ҡотланы, шиғыр уҡыны, хатта бейеү ҙә бүләк итте. Байрам тамамланыуға ауыл китапханаһы залында өҫтәлдәр теҙеп, бай табын ҡороп, ҡунаҡтарҙы һыйланы.
Матурлыҡҡа ғашиҡ уңған хужабикә
Мауза апайҙың өлгөрлөгөнә, уңғанлығына, оҫта ҡуллы булыуына һоҡланмаған кеше юҡтәр. Ниндә эшкә тотонһа ла, бына тигән итеп эшләп ҡуя. Матурлыҡ, бөхтәлек, тәртип яратыусы хужабикә йәй көндәрендә баҡсаһында күҙ яуын алырлыҡ сәскәләр, витаминға бай еләк-емеш, йәшелсәләр үҫтерә. Ә көҙ етеп, мул уңышты йыйып алғас, уларҙан телеңде йоторлоҡ ҡабымлыҡтар, салаттар эшләй. “Мауза апайҙың оҫталығына хайран ҡалам. Бар эште лә белә, бар нәмәгә лә өлгөрә ул. Бына нисә йылдар инде йәйҙәрен ул беҙҙе еләккә, бәшмәккә эйәртеп йөрөтә. Ә ниндәй генә рецептар юҡ унда!” — тип һөйләне Мауза апайҙың тормош юлы менән таныштырғандан һуң уның ауылдашы, хаҡлы ялдағы уҡытыусы Зилә Ғәзимйән ҡыҙы Ахунова.
Танылған гимнасткаларҙан ҡалышмай
70 йәшен тултырһа ла, йәштәргә биргеһеҙ әле Мауза апай: йәшлек матурлығын, зифа буй-һынын, һығылмалылығын, етеҙлеген юғалтмаған. Уның шундай еңеллек менән, бер ниндәй көсөргәнешһеҙ, шпагатҡа ултырыуына, ҡатмарлы гимнастик күнегеүҙәр яһауына билдәле спортсылар, гимнасттар ҙа көнләшерлек. Әйткәндәй, уның был һәләтен ҡашҡалар ғына түгел, районыбыҙҙа ла беләләр. Район ҡатын-ҡыҙҙар советы ойошторған сараларҙа ла ҡатнашып, йыш сығыш яһай Мауза апай. “Мин бәләкәйҙән спорт яратам.Йәшерәк саҡта физик күнегеүҙәрҙе даими эшләй торғайным, хәҙер олоғаям шикелле, шулай ҙа үҙемде һәр саҡ формала тоторға тырышам, күнекмәләр яһайым, ейән-ейәнсәрҙәремде лә өйрәтәм”, — ти Мауза апай. Әйткәндәй, юбилей кисәһендә спорт кейемендә ейәнсәре менән сәхнәгә сығып, икәүләп гимнастик күнекмәләр яһап, барыһын да хайран итте улар.
Район үҙәгенән дә ҡунаҡтар килде
Мауза Фәйзелғаян ҡыҙын ҡотларға район Советы секретары, район-ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Рима Нәбиуллина, Мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте идаралығы начальнигы Альфред Хәжимуллин, “Ағинәйҙәр ҡоро” район ойошмаһы рәйесе Йәриә Ялалтдинова, Асҡын тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы етәксеһе Әнзирә Ноғоманова, район Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Рәзинә Фәйзуллина менән Зәнилә Рыбина ла килгәйне. Уларҙың һәр береһе юбилярҙы ҡотлап, матур теләктәр теләп, бүләктәр тапшырҙы. Форсаттан файҙаланып, Рима Шамил ҡыҙы ошо юбилей кисәһен ойоштороп, тәрән йөкмәткеле бай сценарий яҙып, байрамды матур итеп алып барыусы Сания Зайнулла ҡыҙына рәхмәт белдереп, район хакимиәтенең Рәхмәт хатын тапшырҙы. Альфред Зәүҡәт улы Мауза апайға атап тиҙ арала яҙып алған шығырын уҡып, өҙҙөрөп бейеп, был юлы ла барыһын да һоҡландырҙы. Йәриә Ғафур ҡыҙының да сығышы йәнле булды. Ул юбилярға йыр ҙа бүләк итте. Әнзирә Мөкәрәм ҡыҙыМауза апайҙың райондың мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашҡанын билдәләп, бигерәк тә уның береһенән-береһе сағыуыраҡ ҡул эштәрен район һәм республика күргәҙәмәләренә биреүе өсөн рәхмәт белдерҙе. Рәзинә Фәйзуллина менән Зәнилә Рыбина башҡарыуындағы йырҙар сараға тағы ла йәм өҫтәне.
Ҡашҡа ауыл хакимиәте башлығы Ҡәнәфи Шакируллин Мауза апайҙы ҡотлап, ауыл Советы хакимиәтенең Рәхмәт хатын һәм иҫтәлеккә бүләк тапшырҙы. Юбилярҙы ҡотларға көнкүреш йортонда бергә эшләгән хеҙмәттәштәре Наилә Сәлихова, Диләрә Абубакирова, Винера Зыязетдинова, урында ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Эльза Әфтәхова, ветерандар советы рәйесе Инзирә Нурмиева, оҙаҡ йылдар мәҙәниәт йортонда эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан, Мауза апай менән бик күп саралар үткәргән Фәридә Абубакирова, Ҡашҡа моделле китапханаһы китапханасыһы Гөлфиә Сабирова, Мауза Фәйзелғаян ҡыҙының туғандары, ҡоҙа-ҡоҙағыйы, дуҫтары килгәйне.
Байрам концертының төп артистары ағинәйҙәр булды. Әмирҙән Мөнжиә Фәүзетдинова, Зәмирә Абзалтдинованың йырҙары бик матур, үҙенсәлекле булды. Любовь Спахова башҡарыуында рус таҡмаҡтары барыһының да күңеленә хуш килде.Иң оло ағинәй — 77 йәшлек Фәрзүнә апай Ильясова сәхнә күрке булып тыпырҙатып бейеп, тамашасылар алҡышына күмелде. “Дуҫлыҡ“ халыҡ уйын ҡоралдары һәм ҡатын-ҡыҙҙар вокаль ансамблдәре сығышы һәр ваҡыттағыса сараға йән өрҙө, рухландырҙы. Фәрзәнә Яруллина етәкселегендә Зилә Ахунова, Инзирә Нурмиева, Рәзидә Сәлимгәрәева, Эльвира Ғәйбәҙуллина, Мауза Латыпова “Яулыҡ” бейеүен өйрәнеп, бик матур итеп башҡарҙылар. Байрамды музыкаль яҡтан өс бер туған Азат, Салауат һәм Фаршат Абубакировтар биҙәне. Йөҙҙәренән нур бөркөлгән, көс-дәрте ташып торған рухлы ағинәйҙәр моңланып йырланы ла, һикереп төшөп бейене лә, шиғырҙар ҙа уҡыны, ҡыҫҡаһы,барыһын да һоҡландырҙы. Ғаилә йылына йомғаҡ яһалды
Башҡортостан Республикаһында иғлан ителгән Ғаилә йылын а уыл биләмәһендә оло хөрмәткә лайыҡ Мауза Фәйзелғаян ҡыҙы Латыпованың оло юбилей кисәһе менән тамамлап ҡуйыуҙары бик урынлы булды. Сөнки нәҡ шундай ғаиләләр, аҡыллы, эшһөйәр балалар тәрбиәләп үҫтергән, бар ғүмерен фиҙаҡәр хеҙмәттә үткәргән әсәйҙәр йәмғиәтебеҙҙең тотҡаһы, ауылдың йәме булып тора. Ғаилә йылына йомғаҡ яһап, Сания Зайнулла ҡыҙы йыл буйына үткәрелгән сараларға, башҡарылған эштәргә, биләмәләге демографик хәлгә йомғаҡ яһаны.
Театр йылына старт бирелде
Мауза Фәйзелғаян ҡыҙын ауылдаштары спектаклдәрҙә төрлө ролдәрҙе килештереп,образға инеп уйнаусы оҫта артист булараҡ та яҡшы белә. Ниндәй генә роль бирелһә лә, Мауза апай уны күңел биреп, ихлас уйнап,тамашасыларҙы һәр ваҡыт үҙенә ҡарата. Юбилей кисәһендә Туфан Миңнуллиндың “Әниләр һәм бәбиләр” спектакленән өҙөк сәхнәләштерҙеләр. Гөлфинә ролен — Мауза Латыпова, Валентинаны Эльза Афтахова ҙур оҫталыҡ менән башҡарҙы.”Мин бәләкәйҙән сәхнәлә уйнарға яратам. “Уҡытыусы” тигән тәүге спектаклде 10-сы класта уҡығанда сәхнәгә ҡуйғайныҡ. Шунан башлап бик күп спектаклдәрҙә уйнаным. Ҡайһы минең ролдең һүҙҙәре ятларға күп була ине, йоҡларға ятҡас та ҡабатлап ята торғайным”, — тип иҫкә төшөрҙө Мауза апай спектаклдә уйнаған йылдарын.
Ошо спектаклдән өҙөк менән районда беренселәрҙән булып Ҡашҡа ауыл биләмәһендә 2019 йыл — Театр йылына старт бирелде. “Театр йылында биләмәләге учреждениелар, ойошмалар матур спектаклдәр,тамашалар әҙерләп, тамашасыларҙы һөйөндөрөр, тип ышанабыҙ”, — тигән теләктәрен дә еткерҙе Сания Сәлихова.