Йәнтөйәк
-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Театр йылы
29 Декабрь 2018, 12:31

Балтас — театр һөйөүселәр төйәге

Районыбыҙҙа ике йыл рәттән «Тамаша» республика театр коллективтары фестивале үтте. Фестивалдең барлыҡҡа килеүенә лә шул уҡ исем аҫтында йыл һайын Түбән Һикеяҙ ауылында ойошторолған район бәйгеһе сәбәпсе булды. Тиҫтәләгән ауыл театр коллективтарын туплаған район фестивале республика күләменә сығарылды һәм хәҙер ул байтаҡ район һәүәҫкәрҙәрен бер сәхнәлә осраштыра.


Әлеге ваҡытта райондың Иҫке Балтас, Нөркә, Тушҡыр ауылдарында «халыҡ» исемен йөрөткән коллективтар эшләй. Улар йыл һайын тамашасы иғтибарына яңы спектаклдәр тәҡдим итә. 2018 йылда Нөркә һәүәҫкәрҙәре — Т. Миңнуллиндың «Йөрәк майым», Тушҡыр мәҙәниәт йорто эргәһендәге коллектив — Х. Шәмхановтың «Ҡайнана» пьесаларын сәхнәләштерҙе. Ә район Мәҙәниәт һарайының Камилә Халиҡова етәкселегендәге «Балҡыш» халыҡ театры Ю. Әминевтың «Яҙылмаған закондар» әҫәре буйынса ҡуйылған спектакле менән ауылдарҙа гастролдәр ойошторҙо. Район үҙәгендә тамаша ике тапҡыр ҡуйылды. Театр йылын да «Балҡыш»тар асты.

Театр жанрына тартылыу Балтас районында уҙған быуаттың 60-ынсы йылдарынан уҡ көслө була. Иҫке Балтас, Нөркә, Һәйтәк, Түбән Һикеяҙ, Тушҡыр, Юғары Ҡарыш ауылдарында эшләп килгән театр коллективтары артистарын әле булһа һағынып иҫкә ала халыҡ. Һәйтәктән Рәхимә Ибраһимова, Нөркәнән Светлана Вәлиева, Бәһиә Нурыева, Уразайҙан Мәүлитйән Шакиров, Түбән Һикеяҙҙан Зәки Мифтахов, Гөлфирә Йыһангирова, Юғары Ҡарыштан Розалия Ғилемшина, Рафаэль Хәйҙәршин, Фәниә һәм Әхнәф Шәймөхәмәтовтар... Өлкән быуын таланттарының исемдәрен тағы ла дауам итергә була. Һәр бер ауылда байрам һайын спектакль әҙерләп күрһәтеү традицияға әйләнгәйне. Мәктәп, ауыл ҡулланыусылар йәмғиәте, колхоз идараһы коллективтары айырым-айырым яңынан-яңы спектаклдәрҙе сәхнәгә сығара, үҙ-ара ярыша ине. Әлбиттә, һәр ауылдың үҙенең уйнарға өйрәтеүсеһе, пьеса һайлаусыһы, ролдәр бүлеүсеһе, декораторы, суфлеры була ине. Райондағы бөгөнгө театр тормошо — шул дәүерҙә һалынған традицияны хөрмәт итеү, һаҡлап ҡалырға ынтылыу ул.

Иҫке Балтаста берҙәм театр коллективы 1972 йылда Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Венера Ҡарамышева тарафынан туплана. Беренсе һәүәҫкәр артистар — Хәтип Сираев, Флүрә Борһанова, Венера Солтанова, Фәғилә Ғәлина, Зоя Миндиярова, Фәдис Мәхмүтов, Владислав Рәжәпов, Сәүиә Мохаярова, Мәғдән Ҡәләмов, Лена Гәрәева, Нурихан Саяповтың исемдәрен район театр сәнғәте тарихына алтын хәрефтәр менән яҙырлыҡ.

1992 йылда театр коллективы Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Хәнис Хажимов сәхнәгә ҡуйған Ә. Атнабаевтың «Балаҡайҙарым» спектакле менән маҡтаулы «халыҡ» исемен яулай. Шул йылдарҙан коллективты махсус юғары белемле режиссер Рәсилә Хәсәнова етәкләй. Театр тормошо яңы һулыш ала. Альбина Ғиләжева, Мөхәммәт Мифтахетдинов, Илдус Мостафин, Әлфит Нәбиев, Фәнир Хәмәтнуров, Дамир Хәйртдинов, Илдус Бикбов, Алмаз Сираев, Илгиз Ғилмийәров, Рима Вәлиева, Рима Кәримова һәм башҡа бихисап талантлы һәүәҫкәрҙәр гөрләп ижад итә, береһенән-береһе матур образдар тыуҙыра был осорҙа. Репертуарға М. Кәримдең «Айгөл иле», “Ҡыҙ урлау”, Х. Ибраһимовтың “Башмағым”, Ә. Атнабаевтың “Игеҙәктәр”, Ғ. Насыриҙың ”Йәшел эшләпә”, Н. Асанбаевтың “Һыу юлы”, Л. Вәлиевтың “Әйттерәбеҙ, теттерәбеҙ, донъя үҙебеҙҙеке!” тигән данлыҡлы пьесалар алына.

Бөйөк Еңеүҙең 60 йыллығына бағышлап, Гөлфиә Шәисламова сәхнәгә ҡуйған Н.Нәжмиҙең “Гармунсы дуҫ” спектакле менән Балтас халыҡ театры “Театр рампаһы” республика фестивалендә дипломант исемен яулай. 2006 йылда С. Сурина әҫәре буйынса “Гөлбәзир” спектакле менән “Алтын тирмә” республика фестивалендә ҡатнашып, “Тарихи теманы яҡшы яҡтыртҡан өсөн” номинацияһында диплом менән билдәләнә. Был спектаклде сәхнәгә Салауат Фәрхуллин ҡуя.

Театр коллективы күберәк классик әҫәрҙәргә тотона, тәрбиәүи темаға өҫтөнлөк бирә. Шуғалыр ҙа тамашасының яратыуын, аңлауын яулай. Коллектив сәхнәгә сығарған һәр бер спектаклде театр сәнғәтен һөйөүсе балтастар баҫып алҡышлай, матур образдар тыуҙырған һәүәҫкәр артистарҙың ҡәҙерен белә. Һуңғы йылдарҙа Камилә Халиҡова режиссерлығында донъя күргән Т. Миңнуллиндың “Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр”, “Гөргөри кейәүҙәре”, Х. Ибраһимовтың “Башмағым”, Р. Йыһаншинаның “Ҡоҙағыйҙар”, Ә. Мирзаһитовтың “Әсәләр көтәләр улдарын”, Ю. Әминевтың “Яҙылмаған закондар” спектаклдәре һәм унда күтәрелгән тормошсан проблемалар, образдар ҙа халыҡ күңелендә лайыҡлы урын алды. Камилә Халиҡованың ойоштороу, спектакль өҫтөндә эшләү оҫталығы район мәҙәниәтенә 2017 йылдың апрелендә тағы бер ҙур еңеү алып килде. Уның етәкселегендә балалар театр коллективы Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ташлама мине, әсәй!” пьесаһын сәхнәләштереп, башта тулы залдар йыйып район Мәҙәниәт һарайында сығыш яһаны, унан абруйлы жюри алдында имтихан тотоп, өлгөлө исемен яуланы.

2017 йылда районда беренсе тапҡыр “Тамаша” республика театр коллективтары фестивале ойошторолдо. Режиссер Редик Ғәниев етәкселегендә Х. Ибраһимовтың “Башмағым” пьесаһын яңыса, заманса стилдә сәхнәләштереп, “Балҡыш” татар халыҡ театры коллективы Гран-приға лайыҡ булды. Өлкән быуын артистары менән бер рәттән сәхнәлә ең һыҙғанып Гөлфиә Шәисламова, Шаһит Фәрхуллин, Гөлназ Шәрифуллина, Алһыу Әхмәтсафиева, Илмир Фаридонов, Әлфинә Нурҡаева, Гүзәл Әхмәтйәнова, Фидан Юнысов, Марат Хәйруллин кеүек тәбиғи һәләткә эйә, яңылыҡты тиҙ эләктереп алыусы һәләтле һәүәҫкәрҙәребеҙ ижад итә. Быйыл уларға Айзат Фәйрушин, Гөлназ Мулланурова, Лариса Дилмиева ҡушылды. Әйткәндәй, “Яҙылмаған закондар”ҙа театр тормошонда ҡайнап йәшәүсе Розалия Хәмәтнурова, Асия Әхмәтшина, Фәрит Исламов ауыр кисерештәргә бай ата-әсә образын оҫта уйнап, тамашасыны йылатты, уйландырҙы. Һәүәҫкәрҙәр үҙҙәре һайлаған пьеса ғаилә ҡиммәттәре, заман ғаиләләре проблемалары, әхлаҡ, тәрбиә темаларын тамашасы алдында тәрән асып һалды, фәһем бирҙе. Шәйхинур, Фәриҙә, Наҙлыбикә образдары бөгөнгө көн өсөн көнүҙәк, шуға күрә халыҡ үҙ итте спектаклде.

Ошо спектакль менән күрше райондарға сығыу теләге бар театр коллективының. Яңы пьесаларға тотонорлоҡ ижади көскә, ынтылышҡа эйә һәүәҫкәрҙәр. 2019 — Театр йылына яңы пландар ҡороп, янып йәшәйҙәр. Ғайса Хөсәйеновтың: “Театр — ул зауыҡлыларҙың, фекерҙәштәрҙең байрамса осрашыу майҙаны, күңел тулып, рух байып ҡайтыр урын”, — тигән һүҙҙәре нәҡ Балтас халыҡ театры коллективы тураһында әйтелгән кеүек. Берҙәм фекерҙәштәр тупланған коллективтың — “Балҡыш”тың ижади балҡыштары алда көтһөн!


Һүрәттә: “Яҙылмаған закондар”ҙы халыҡ күңеленә һалыусы “Балҡыш” халыҡ театры коллективы.
Читайте нас: