Бөтә яңылыҡтар
Театр йылы
20 Декабрь 2018, 17:30

Ҡашҡа мәҙәниәт йортонда оло хөрмәткә лайыҡ ағинәй, һәүәҫкәр шағирә Мауза Фәйзелғаян ҡыҙы Латыпованың 70 йәшлек юбилейын билдәләйҙәр

Бөгөн Ҡашҡа ауыл мәҙәниәт йортонда бик матур сара үтә. Урында “Ағинәйҙәр ҡоро” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Сания Сәлихова инициативаһы менән ауыл Советы, ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре менән бергәләп ойошторолған сара сиктәрендә ауылдың абруйлы ағинәйе, күп йылдар ветерандар советы рәйесе булған, һәүәҫкәр шағирә, биш бала әсәһе Мауза Фәйзелғаян ҡыҙы Латыпованың 70 йәшлек оло юбилейын билдәләйҙәр.


Бар ғүмерен фиҙаҡәр хеҙмәттә үткәргән Мауза Фәйзелғаян ҡыҙын ауыл Советы хакимиәте башлығы Ҡәнәфи Шакируллин, район үҙәгенән килгән етәкселәр, ауылдаштары һәм балалары, туғандары ихлас ҡотлап, иң матур һәм иң изге теләктәрен еткерҙе. Сания Зәйнулла ҡыҙы нәфис һүҙ, күңелдәргә үтеп инерлек шиғыр юлдары менән сценарий төҙөп, үҙе үк алып барған байрам кисәһе йыр-моң, дәртле бейеүҙәр, тәбрикләүҙәр, спектаклдән өҙөк сәхнәләштереү менән аралаштырып барҙы.


Автор фотоһы.
Читайте нас: