Солтанбәк ауылы халҡының тормош-көнкүрешен, кәсептәрен, шөғөлдәрен, милли аш-һыуҙарын, күренекле яҡташтары ижадын, урында әүҙем эшләгән йәмәғәт ойошмаларының эшмәкәрлеген сағылдырған бай күргәҙмә барыһын да һоҡландырҙы, илһамландырҙы. Бигерәк тә Илгиз Нурислам улы Суфиянов үткәргән ҡурай эшләү, “Атайҙар мәктәбе” ағзаларының умарталар яһау, ағинәйҙәрҙең туҡмаҫ ҡырҡыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре, ауылдың баянсы, тальянсы, гармунсылары һәм “Уңған бал ҡорттары” йәш тимурсылар отрядының ялҡынлы сығышы ҡунаҡтарҙы әсир итте.
Күргәҙмәлә Солтанбәк урмандары һәм яландарында үҫкән дарыу үләндәре лә, милли аш-һыуҙар ҙа, һарыҡ йөнөнән бәйләнгән, һуғылған әйберҙәр ҙә, Фәзнәүи ағай Зәйнуллин баҫҡан ҡып итеп торған быймалар ҙа, ағас эше оҫталары Ҡәҙим Ғәйнелйәнов һәм Рәзғәт Шәрәфетдинов яһаған йорт кәрәк-яраҡтары ла, ауылдың оҫта ҡуллы ағинәйҙәре сиккән ҡулъяулыҡ, ашъяулыҡ, таҫтамалдар, мендәр тыштары һәм Мәүзәлиә Хәсәнова теккән милли костюмдар, өләсәй-әсәйҙәребеҙҙән ҡалған боронғо кейемдәр - барыһы ла күргәҙмәлә урын алғайны. Бына инде өс йыл икмәк һәм башҡа тәмлекәстәр бешереүсе йүнсел ғаилә Зөлфиә һәм Динар Ғайсиндар ҙа үҙҙәре етештергән продукцияны тәҡдим итте. Нурия Суфиянова бешергән “Айыҡ ауыл” тип яҙылған торт һәм Зилә Исламова һәм башҡа хужабикәләр бешергән ризыҡтар барыһының да иғтибарын йәлеп итте.
Ҡыҫҡаһы, бай күргәҙмә барыһын да һоҡландырҙы, илһамландырҙы, сәмләндерҙе.
Афарин, солтанбәктәр!
Наилә Имаева.