Саңғы спорты - иң әүҙем, йәлеп итеүсән һәм һәр кем шөғөлләнә алырлыҡ спорт төрҙәренең береһе. Иштирәк ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Рәмзиә Шәйхетдинова балалар өсөн саңғы ярышы ойошторҙо.
Унда ҡатнашыусылар минималь ваҡытта саңғыла шыуыу буйынса билдәле булған араны үтергә тейеш ине. Ҡатнашыусыларҙың әҙерлек кимәле төрлөсә булһа ла, һәр кем үҙ күрһәткесен яҡшыртырға тырышты. Дистанцияларҙы барыһы ла үтә алды. Саф һауала спорт менән шөғөлләнеү һәммәһе өсөн дә онотолмаҫ тәьҫораттар, иҫтәлектәр бүләк итте. Бындай ярыштар һаулыҡты нығыта, уларҙа сыҙамлыҡ, саф һауала физик әүҙемлек формалашыуына һәм сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыуға булышлыҡ итә.
Гөлназ Ғәлләмова.