Судья Радик Нурлығаян улы Мурзин етәкселегендәге сара Әсә көнөнә арнала.
“Спорт һөйөүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙы ауыл биләмәһе башлығы Альбина Әлфир ҡыҙы Фәйзерахманова байрам менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе һәм бүләктәр тапшырҙы. Альбина Әлфир ҡыҙы ауылдаштарҙы артабан да шулай берҙәм булып, спортты һәм айыҡ тормошто пропагандалап, ошондай сараларҙа йышыраҡ осрашырға саҡырҙы.
Ярыш бик күңелле һәм дуҫтарса мөхиттә уҙҙы. Барыһы ла яҡшы кәйф һәм яңы көс-дәрт алып таралышты”, - тип хәбәр итте баҫмабыҙҙың дуҫы һәм әүҙем хәбәрсеһе Глафира Йәнтимер ҡыҙы Фәйершина.
Наилә Имаева.