Йәнтөйәк
-18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Таланттар балҡышы
16 Июнь 2020, 14:22

Моңло тауышына күптәр ғашиҡ

Мишкә ере таланттарға бай яҡ. Районыбыҙҙың данын арҙаҡлы шәхестәре, ҡунаҡсыл халҡы менән бергә ошо ерҙә тыуып-үҫеп, үҙенең фиҙаҡәр хеҙмәте менән сәнғәтебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүгә ҙур өлөш индергән кешеләр арттыра. Шундайҙарҙың береһе — Рәүиә Сәләм ҡыҙы Саматова.

Рәүиә Сәләм ҡыҙы район Мәҙәниәт йортонда халыҡ ижады, фольклор буйынса методист булып эшләй. Ул Оло Шаҙы ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре менән фольклор төркөмө ойоштороп, башҡорт фольклорын өйрәнеү, уны халыҡҡа таратыу буйынса күп көс һала. Рәүиә Саматова — халыҡ араһында һөйөү яулаған билдәле шәхес. Уның үҙенсәлекле моңло тауышына күптәр ғашиҡ.
Рәүиә Саматова 1962 йылда районыбыҙҙың Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында Сәүиә Камилән ҡыҙы һәм Сәләм Ҡәүи улы Ҡәүиевтарҙың күп балалы ғаиләһендә бишенсеһе булып донъяға килә. Үкенескә күрә, бәхетле бала саҡ мәлдәре бик ҡыҫҡа була, әсә ҡуйынында оҙаҡ иркәләнергә насип булмай уға. Ете генә йәшендә етем ҡала бәләкәй Рәүиә. Атаһы өйгә үгәй әсә алып ҡайта. Фәрзәнә апай тәрбиәһендә үҫә балалар.
— Ул бик талапсан ҡатын ине. Эшләүегеҙ минең өсөн булһа, өйрәнеүегеҙ үҙегеҙ өсөн, ти торғайны. Бәләкәйҙән эш рәтен белеп үҫтек, иркәләнеп ултырманыҡ, — ти Рәүиә Сәләм ҡыҙы. — Апайҙарыма рәхмәтем сикһеҙ. Улар миңә һәр ваҡыт, һәр яҡлап ярҙам итеп торҙо, ауыр саҡтарҙа янымда булды.
Ҡыйғаҙытамаҡта һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Рәүиә Саматова район үҙәгенә уҡырға бара. Ҡыйғаҙытамаҡтан килгән алты- ете ҡыҙ район Мәҙәниәт һарайына түңәрәккә йөрөй. Тап шул ваҡытта моңло тауышлы ҡыҙҙың һәләтен күреп ҡалалар. Төрлө конкурстарҙа ҡатнаша, ауыл концерттарында сығыш яһай. Шулай әкренләп сәхнәлә үҙен тоторға өйрәнә, буласаҡ һөнәрен музыка менән бәйләйәсәген аңлай. Мәктәпте тамамлағас, йырсы булыу теләге уны Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһына алып килә. Һәләтле тырыш ҡыҙ өс йыл музыка серҙәренә төшөнә.
— Ул ваҡытта ҡайҙа теләйһең, шунда эшләйһең тигән төшөнсә юҡ ине. Башҡортостан Республикаһының ул ваҡыттағы мәҙәниәт министры урынбаҫары үҙе килеп, беҙҙе райондарға бүлеп, юллама менән эшкә ебәрҙеләр. Мин үзебеҙҙең районға һорағас, ҡаршы килмәнеләр. Шулай Мишкәгә ҡайттым, — тип ул йылдарҙы иҫкә ала.
1982 йылдың ғинуарында Рәүиә Саматова район Мәҙәниәт һарайында инструктор-массовик булып хеҙмәт юлын башлай. Коллектив бәләкәй була, туғыҙ кешенән генә тора. Яңы идеялар менән ҡайтҡан, дәрт-дарманы ташып торған йәш белгес ең һыҙғанып эшкә тотона. Ауыл халҡына, сәсеү эштәре гөрләп торған баҫыуҙарға сығып сағыу концерттар ҡуялар, төрлө саралар ойошторалар, республика конкурс, фестивалдәрендә ҡатнашалар. Бер һүҙ менән әйткәндә, мәҙәни мөхиттең уртаһында "ҡайнай" ул. Һөнәрен яратып башҡара, шуға күрәлер ҙә эш урынын алмаштырмай — 38 йыл бер тармаҡта намыҫлы хеҙмәт итә. Рәүиә Сәләм ҡыҙы тырышлығы, фиҙаҡәрлеге өсөн күп тапҡыр район, республика кимәлендә Рәхмәт хаттары, Почет грамоталары менән бүләкләнә. 2015 йылда уның хеҙмәте юғары баһалана — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.
— Бәләкәй генә сағымдан күршеләр мине ултырғысҡа ултыртып йырлата торғайны. Унан мәктәп, клуб сәхнәләренә сыға башланым. Нәҫелебеҙҙә һәләтле кешеләр күп. Башҡорт театр һәм кино актёры, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Таңсулпан Бабичева менән беҙ өс туған ғына. Уның атаһы менән әсәйем ике туғандар. Әсәйем дә бик матур йырлай ине, — ти Рәүиә Сәләм ҡыҙы.
Рәүиә апай тормош иптәше менән ике балаға ғүмер бүләк итә. Тик Мөнир Рафиҡ улы ғына бик иртә фани донъяға күсә.
Ҡыҙҙары Гүзәл менән улдары Илмир хәҙер үҙҙәре атай-әсәй булған. Хәстәрлекле, киң күңелле өләсәй биш ейән-ейәнсәренең уңыштарына һөйөнөп йәшәй. Уның ижад юлын дауам итеүсе, өлгө алыусы ейәнсәре Диләрә Өфөлә Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге гимназия-интернатында белем ала.
Рәүиә Сәләм ҡыҙы матурлыҡҡа ғашиҡ гүзәл зат, сәскәләр үҫтерергә ярата. Ихатаһы йәй көндәрендә күҙҙең яуын алып балҡып ултыра. Ниндәй генә сәскәләр үҫмәй бында! Район Мәҙәниәт һарайы ойошторған Сәскәләр байрамында ла ул һәр ваҡыт призлы урындар яулай.
Лилиә ХӘСӘНОВА.
Читайте нас: