Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Йырҙары мәңге халыҡ хәтерендә

Композитор, йырсы Насип Кучаевты бөрөләр һағынып иҫкә ала

2019 йылдың декабрь айында билдәле йырсы Тимур Рамазанов үҙенең ижади коллективы менән Бөрө ҡалаһында гастролдә булды. Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистарынан торған ижади төркөмдә күренекле йырсы Насип Кучаевтың ҡыҙы Сабина Кучаеваның да булыуы Бөрө халҡы өсөн ҙур мәртәбә булды. Йәш йырсы тап Бөрө сәхнәһендә тәү тапҡыр йырлауын, һәм бына нисә йылдар үткәс, ҡабат ошо сәхнәлә баҫып тороуын айырым бер тулҡынланыу менән һөйләне. Ә ҡасандыр атаһы яҙған һәм йырлаған йырҙарҙы ҡабаттан ишетеү бөрөләргә айырыуса тәьҫир итте.
Эйе, композитор, йырсы Насип Нәжип улы Кучаевты Бөрө халҡы һағынып, юҡһыныу менән иҫкә ала бөгөн. Йырсы итеп күрергә теләгән ҡыҙының үҙенең йәшлеге үткән, ижады ҡайнаған сәхнәлә күреүен нисек ҡабул итер ине икән?..
Насип Кучаев Ырымбур өлкәһе Красногвардейск районы Яңы Юлдаш ауылында 1960 йылдың 18 мартында тыуа. Ишле ғаиләлә тәрбиәләнә. Бәләкәйҙән тиҫтерҙәре араһында талантлы булыуы менән айырылып торған үҫмер, мәктәпте тамамлағас, Һамар ҡалаһындағы Куйбышев мәҙәниәт институтының тынлы инструменттар бүлегендә белем ала. Дипломлы белгес тыуған еренә ҡайтып, тәүҙә Плешан ауылы мәҙәниәт йортонда, аҙаҡ Ырымбур филармонияһында илһамланып эшләй.
Энергияһы ташып торған Насип 1990 йылда Үзбәк концерт ойошмаһы менән килешеү төҙөп, Ташкент ҡалаһына юллана. “Ҡурай” төркөмөнөң художество етәксеһе була. Ҙур сәхнәләрҙе яулау, аҙна һәм айҙарға һуҙылған гастролдәр осоро башлана. Ул бик күп ҡалаларҙа сығыш яһай, йырҙар ижад итә. Бәхетен дә ошонда таба. Аҡ ҡурған ҡалаһында яҙмышын осрата.
Оҙон бөҙрә сәсле йырсыға шунда уҡ ғашиҡ була Фәриҙә исемле йәш ҡыҙ. “Концерт һуңында төркөмөбөҙгә алып барыусы кәрәк, тигән иғланды ишеткәс, ашҡыныу менән кастингҡа килдем. 20 кеше араһынан мине һайланылар. Шул ваҡытта нисек шатланғанымды күрһәгеҙ ине. Миңә, Үзбәкстанда тыуып үҫкән ҡыҙға, ҡан-ҡәрҙәштәремде осратыу, йырсылар һәм музыканттар командаһына эләгеү – күктән төшкән бәхет ине. Шунан ҙур сәхнәләргә сығыу, яңы ҡалалар менән танышыу, оҙайлы сәфәрҙәр башланды. Беҙҙең йөрәктәрҙә һөйөү хисе яралды. Һөйгәнем “Яратам” йыры менән ҡулымды һораны һәм был йыр оҙаҡ йылдар уның репертуарында яратып башҡарған йырҙарының береһе булды”, – тип хәтерләй һөйөклө ҡатыны Фәриҙә ханым.
Шулай итеп, ике йәш йөрәк бергә ижад итә башлай. 1990 йылдың аҙағында Кучаевтар Ҡаҙағстандың Аҡ Түбә ҡалаһына күсенә. Ә бер йылдан улар Байконурҙа төпләнә. Ни тиклем генә илһамланып ижад итмәһен, улар Башҡортостанға ҡайтыу, туған телдәрендә концерттар алып барыу, йырлау хаҡында хыяллана. Бер көн йәш ғаилә тәүәккәлләп, Байконурҙан Бөрө ҡалаһына күсенә. Бирелә Кучаевтар 1994 йылдың октябрь айынан алып 1999 йылдың август аҙағына тиклем биш йыл йәшәй.
“Байконурҙа башҡорт-татар милләтенән 402 кеше инек. Тыуған яҡтарға ҡайтабыҙ, тип хыяллана торғас, Бөрөгә килеп төпләндек. Берәү ҙә беҙҙе көтөп тормай ине. Бирелә бер бүлмәлә йәшәнек, бер алманы ғына түгел, бер икмәкте бишкә бүлә инек”, – тип хәтерләй ул осорҙо Рәзилә апай Ғарифуллина.
Фәриҙә апай — Бөрө ҡала мәҙәниәт йорто директоры, ә Насип ағай художество етәксеһе булып эш башлай. Директорлыҡ эшен ир кешегә тәҡдим итһәләр ҙә, ижадҡа ваҡытты күберәк бүлеү маҡсатында тынғыһыҙ эште йөкләүҙән баш тарта ул. Шулай итеп, Насип Кучаевтың яңы ижад осоро башлана: республикала үткәрелгән йыр конкурстарында ҡатнаша, йырҙары радиола яңғырай, баш ҡалала уҙған ҙур концерттарҙа ла йышыраҡ сығыш яһай башлай. Яңы үрҙәр яулай, уңыштарға ирешә. Киң ҡарашлы етәксе үҙен генә түгел, ә үҙе менән бергә эшләгән йәштәрҙе лә үҫтереү маҡсатын ҡуя. Талантлы егеттәрҙе берләштереп, “Наир” эстрада ансамблен төҙөй, Башҡорт телевидениеһы тапшырыуҙарында ҡатнаша.
Йырсы менән бер осорҙа эшләгән Гөлнара Миңләхмәт ҡыҙы Суфиярова ла хеҙмәттәшен һағынып иҫкә ала: “Насип Кучаев менән 1995 йылдың ноябрендә эшләй башланым. Дөрөҫөн әйткәндә, ул минең һәләттәремде тикшерҙе лә ҡала мәҙәниәте йорто директорына эшкә алырға ҡушты. Ул осор ғүмеремдең иң сағыу ваҡыты булғандыр, моғайын. Шау-гөр килеп концерттарға әҙерләнеү, йырҙар өйрәнеү, шиғырҙар ятлау, көләмәстәр уҡыу... Насип ниндәй генә инструменттарҙа уйнамай ине. Баян, гармун, ҡурай ҡулында уйнап ҡына торҙо. Ә саксафонды ҡулынан төшөрмәҫ булды. Уның кешелек сифаттары беренсе урында торҙо. Бер ваҡытта ла ҡысҡырып һөйләшмәҫ, күңелебеҙ төшөп киткәндә лә дәртләндереп ебәрер, кәңәштәрен бирер ине. Хәҙер уның йырҙарын ишетһәм, шул ваҡыттар иҫкә төшә, хатта илап алам. Беренсе кассетаһын сығарғас, барыбыҙға ла 10-шар, хатта 20-шәр итеп таратып бирҙе, туғандарығыҙға бирегеҙ, тине. Әле иҫән булһа, мөхәбәтте, тыуған ерҙе, тормош матурлығын данлап, тағы әллә күпме йырҙар яҙған булыр ине...”
Дәрте, дарманы ташып торған Насип Кучаевҡа Бөрө ҡалаһы бигерәк тар кеүек күренә, шуға күрә ғаилә Өфөгә күсенә. ”Йондоҙҙар бер урында ғына тормай, улар һәр ваҡыт хәрәкәттә”, – ти ул Бөрөнән Өфөгә күскән саҡта.
“Һәр ваҡыт туған телендә аралашырға һәм ижад итергә теләп, сәмләнеп Башҡортостанға ҡайтҡан йырсыға аяҡ салыусылар ҙа осраған. Әлбиттә, ҙур сәхнәгә сығыу, унда үҙ урыныңды алыу өсөн кәртәләр һәм ҡаршылыҡтар аша үтергә тура килә. Ҡайһы бер тар күңелле хеҙмәттәштәре сығышы алдынан ғына атайымдың яҙмаларын юҡҡа сығара, сәхнә кейемен бысрата, хатта аяҡ кейеменә быяла ярсыҡтары һалып китә. Был күренештәр уның йөрәген әрнетмәй ҡалмағандыр һәм эҙһеҙ үтмәгәндер. Ижад кешеһенең күңеле нескә була бит", – ти Сабина.
Насип Кучаевтың тормошҡа ашмаған хыялдарын бөгөн хәләл ефете Фәриҙә ханым тормошҡа ашыра. Йәшлеген, көсөн балаларын тәрбиәләүгә, уларҙы аяҡҡа баҫтырыуға, тейешле белем биреүгә арнаған. Улар ҙа атайҙарының изге рухына тап төшөрмәй. Сабина Рәми Ғарипов исемендәге башҡорт гимназияһын, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын уңышлы тамамлай. Бөгөн Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт филармонияһында уңышлы хеҙмәт юлын башлаған. Кесе ҡыҙҙары Альбина Башҡорт дәүләт университетының башкорт филологияһы, көнсығыш илдәр телдәрен өйрәнеү һәм журналистика факультетында уҡып йөрөй, корея телен өйрәнә, фотография һәм музыка менән шөғөлләнә. Константин Хабенскийҙың театр студияһында шөғөлләнә, спектаклдәрҙә ҡатнаша. Тәрбиәле ҡыҙҙар аталарының өҙөлөп ҡалған моңон дауам итә, халыҡҡа еткерә.
Насип Нәжип улы Кучаевҡа 60 йәш тулған булыр ине ( 2001 йылдың 13 майында күренекле музыканттың йөрәге тибеүҙән туҡтай). Ғүмере ҡыҫҡа булһа ла, йырҙары мәңге халыҡ хәтерендә һаҡланыр.
(Мәҡәләлә «Юлдаш» радиоһының «Атайым тураһында һөйләгеҙ» тапшырыуы ла файҙаланылды).
Читайте нас: