Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Таланттар балҡышы
12 Июль 2019, 13:09

Исемдәре лә, асылдары ла оҡшаш

Береһе матур йырлай, һөйләй, икенсеһе өҙҙөрөп бейей, береһе — Гөлназ, икенсеһе — Алмаз. Исемдәре лә, асылдары ла оҡшаш. Бына шундай бер-береһенә пар килгән йәштәре менән дан тота Балтас мәҙәниәте.

Алмаз Шәрифуллин район сәхнәһе өсөн кесе йәштән үк үҙ кеше. Мәҙәниәткә ғүмерҙәре буйына тырышып хеҙмәт иткән, таланттарын бағышлаған Зөһрә һәм Наил Ғәлләмовтарҙың яҡын туғаны ул. Уларҙың улдары Айдар Ғәлләмов менән бергә бәләкәйҙән бейеп үҫкән егет. Улар икеһе лә Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумының хореография бүлеген тамамланы. Алмаздың репертуарында башҡорт, рус, татар бейеүҙәре, парлы бейеүҙәр төп урын алып тора. Республика фестивалдәрендә, тантаналы концерттарҙа баш ҡала режиссерҙары саҡырыуы буйынса йыш сығыш яһай егет. Һөнәре буйынса бейеүсе булһа ла, Алмаз элемтә бүлегендә эшләй. Һынатмай, үҙ эшенең оҫтаһы, хеҙмәте менән хөрмәтле ул. Бер үк ваҡытта мәҙәниәттән дә ситләшмәй. Районда бер ҙур сара ла уның сығыштарынан башҡа үткәне юҡ. Тамашасы яратып ҡаршы ала уны. Оҫталығына, хәрәкәттәренең теүәллегенә һоҡланып, алҡышлап оҙата. “Беҙҙең Алмаз аяҡ-ҡулдары, кәүҙәһе менән генә түгел, күңеле менән бейей!” — тиҙәр уның тураһында.

Гөлназ — Шауъяҙы ауылы ҡыҙы. Гүзәллеге, һылыу буйы, иҫ киткес аһәңле тауышы менән яуланы ул Балтас сәхнәһен. Мәҙәниәт һарайында 2004 йылдан башлап эшләй. “Социаль-мәҙәни эшсәнлек” белгеслеге буйынса юғары белемгә эйә ул. Ансамблдә һәм яңғыҙы йырлай, мәҙәни сараларҙы алып бара, өҫтәүенә бейей ҙә, спектаклдәрҙә лә уйнай. Бар яҡҡа ла оҫта! Ойоштороу һәләте лә бар. Үҙе кеүек йырларға яратҡан гүзәл заттарҙы “Райхан” вокаль ансамбленә тупланы. Ансамблдең өлкән һәм үҫмерҙәр төркөмдәре һәр концертта ҡатнаша, репертуарҙарын даими яңыртып тора. Ағымдағы йылда “Тамаша” район фестивале сиктәрендә Гөлназ үҙен өмөтлө режиссер итеп тә танытты. Бер нисә ойошма һәүәҫкәрҙәрен туплап, Мостай Кәримдең “Ҡыҙ урлау” пьесаһын сәхнәләштерҙе. Эшендә өлкән быуын хеҙмәткәрҙәрҙең, айырыуса театр һәм фольклор өлкәһендә яратып ижад иткән Камилә Халикованың кәңәштәренә таяна Гөлназ.

Шәрифуллиндар ғаиләһенең тағы ла бер маҡтаулы яғы бар. Алмаз менән Гөлназ Иҫке Балтас ауылында яңы өй тергеҙҙе. Ике бала үҫтерәләр. Ынйы мәктәптә уҡый, Самира балалар баҡсаһына йөрөй. Бер-береһен аңлап, кәрәк саҡта юл ҡуйып йәшәгән атай-әсәйҙәренең йылы, йырлы ғаилә ояһында иркәләнеп, наҙланып, ижади тәрбиә алып үҫә ҡыҙҙар. Афарин, йәштәр!
Читайте нас: