Йәнтөйәк
+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Таланттар балҡышы
12 Октябрь 2018, 12:52

Борай районы «Башҡортостан. Тарих биттәре» фестиваль-марафонында сығыш яһаны



Сараға килеүселәр иғтибарына фойела райондың социаль-иҡтисади ҡаҙаныштарын, мәҙәниәтен, тарихын, уңыштарын күрһәтеүсе күргәҙмәләр тәҡдим ителде.

Беренселәрҙән булып агросәнәғәт комплексы эшсәндәре, шәхси эшҡыуарҙар етештергән продукция күргәҙмәһе иғтибарҙы йәлеп итте. Шулай уҡ мәҙәниәт, мәғариф, спорт, медицина һәм башҡа тармаҡтарҙың экспозициялары эшләне.

Үҙебеҙҙең халыҡ уйын ҡоралдары оркестры янында халыҡ күпләп йыйылды. Уның составында Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Вәсил Хәбисламов сығыш яһаны. Йыр-моңға оҫта яҡташтарыбыҙ йырҙарға ҡушылып йырланы, бейеү көйҙәренә өҙҙөрөп баҫты.

Презентацияның икенсе өлөшөндә райондың иң яҡшы ижади коллективтарының бай йөкмәткеле концерт программаһы күрһәтелде. Ул “Дуҫлыҡ” халыҡ ансамбленең ҡатын-ҡыҙҙар составы һәм район Мәҙәниәт йортоноң ир-егеттәр вокаль ансамбле башҡарыуындағы “Был минең Башҡортостан” композицияһы менән башланды. Артабан экрандарҙан күрһәтелгән фильмда райондың тарихы һәм үҫеше сағылды, социаль, иҡтисади һәм мәҙәни тормошона байҡау яһалды. Борай ауылы һәм кантоны ойошторолоуын “Ҡайтауаз” халыҡ ансамбле коллективы сәхнәләштерҙе.

“Инеш”, “Етеҙ Танып” вокаль ансамблдәре, Йынан һәм Раушан Исламовтар, Денис һәм Эрнест Арыслановтар, Светлана һәм Илшат Әхмәтовтар, Айгөл Вәлиәхмәтова, Регина Сөләймәнова һәм башҡалар башҡарыуындағы йырҙарға тамашасылар оҙаҡ алҡышланы.

“Дуҫлыҡ” һәм “Ынйы” бейеү ансамблдәренең сығышы филармония сәхнәһен балҡытып, барыһын да әсир итте. “Ынйыҡайҙар” һәм “Йәсмин” коллективтарының, ҡалаҡсылар, гармунсылар ансамблдәре сығышы кисәне тағы ла йәмләне. Әлбиттә, бөтә ҡатнашыусыларҙы ла исемләп бөтөрөп булмай, концертта барлығы 200-ҙән артыҡ кеше ҡатнашты.

Татар-башҡорт йыр донъяһында дан ҡаҙанған сәхнә йондоҙҙарыбыҙ — Татарстандың халыҡ артисы Хәмдүнә Тимерғәлиева, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фәридә Тимербаева һәм уның тормош иптәше, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Роберт Тимербаев, эстрада йырсыһы Илһам Шәрәфиҙең музыкаль сәләмдәрен тамашасылар йылы ҡабул итте.

Бер тында үткән концертты Лилиә Ғәйнетдинова менән Марат Фазлетдинов оҫта итеп алып барҙы. Эйе, был сара Борай яғының иҫ киткес таланттарға бай булыуын ҡабат иҫбатланы.

Кисә ахырында фестиваль-марафондың күсмә штандарты Бөрйән районы вәкилдәренә тапшырылды.

Район хакимиәте башлығы Борис Нурисламов яҡташтарға күрешеү, аралашыу шатлығы бүләк иткән сараны ойоштороусыларға, концертты әҙерләгән һәүәҫкәр артистарға ҙур рәхмәтен еткерҙе.

Байрамға бик күп мәртәбәле ҡунаҡтар, күренекле яҡташтарыбыҙ килде. Улар араһында Башҡортостан Башлығының тормош иптәше Гөлшат Хәмитова, Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова бар ине. Сәхнәнән үҙенең тәьҫораттары менән Бөрйән районы ҡыҙы, мәҙәниәт министры Әминә Ивний ҡыҙы уртаҡлашты.

— Ошо проект аша республикабыҙҙың һәр мөйөшөн яңынан асабыҙ. Бөгөн борайҙар иҫ киткес матур кисә бүләк итте. Яҡташтарыма ла уңышлы сығыштар теләйем, — тине ул.

Сара тамамланғас та яҡташтар хушлашырға ашыҡманы, кисәлә алынған тәьҫораттар менән бик оҙаҡ уртаҡлашты. Һис шикһеҙ, күңелдәрҙә тик матур иҫтәлектәр булып ҡына һаҡланасаҡ был көн.

Алһыу Фазлетдинова.
Читайте нас: