“Моң” халыҡ тальянсылар ансамбле — Балтас районы мәҙәниәтенең ҡабатланмаҫ биҙәге, байлығы. Тальянсы ағай-бабайҙар дәүере уҙып, йәштәр араһында тальянсылар һирәгәйгән, халыҡ уйын ҡоралдарының был төрө юғалыу ҡурҡынысы алдында торған заманда ансамблдең ҡиммәте тағы ла арта.
Коллектив репертуарында 35-тән артыҡ татар һәм башҡорт халыҡ көйҙәре бар. Улар — тамашасы күңеленә яҡын, ғәзиз моңдар. Район күләмендә бер сара ла тальянсыларҙан башҡа уҙмай. Ансамблдең сығышын тамашасылар алҡышлап ҡаршы ала һәм оҙата. Яраттыра беләләр! Тальян моңдары менән күңелдәргә үтеп керә егеттәр!
“Моң” ансамбле 1993 йылда Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Наил Хафизов етәкселегендә барлыҡҡа килә. 2003 йылда ансамбль республика гармун байрамында Гран-при һәм аҡсалата бүләккә эйә булды. “Моң”ға хаҡлы рәүештә “халыҡ” исеме бирелде.
Әлеге ваҡытта коллектив менән Шаһит Фәрхуллин етәкселек итә. Уның төп составында ун гармунсы. Ансамбль ағзалары алышынып тороуына ҡарамаҫтан, ижади эҙләнеүҙәр туҡталмай, репертуар яңырып тора. Тальянсы ҡыҙҙар Гүзәл Сабирйәнова, Гөлназ Рәхимйәнова, Зөлфиә Фазлыева, Сулпан Сабирова коллектив сығышына үҙенсәлекле йәм өҫтәй. Ижади хеҙмәт юлын тулыһынса район мәҙәниәтенә бағышлаған Наил Хафизов һәм Данил Хөснуллин ансамбль традицияларын һалыусылар булһа, йәш белгестәр, виртуоз баянсылар Алмаз Рәжәпов һәм Илшат Нурҡаев репертуарға заманса стиль өҫтәүселәр, тиһәк тә яңылыш булмаҫ. Улар — уҡытыусылыҡ оҫталығы буйынса республика конкурстары дипломанттары.
“Моң” тальянсылар халыҡ ансамбленә 2011 йылда Екатеринбургта үткән Федераль һабантуйында ҡатнашыусылар һәм Өфөлә “Еңеү салюты” республика халыҡ ижады фестивале тамашасылары яратып алҡышланы. “Түңәрәк уйын” IV Бөтә Рәсәй татар фольклор фестивалендә ансамбль III дәрәжә лауреат исемен яуланы. 2012 йылда Екатеринбургта үткән ҡала һабантуйында “Моң” тальянсылары башҡорт тирмәһе алдында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовты, Татарстан Президенты Рөстәм Миңлехановты һәм Свердловск өлкәһе губернаторы Александр Мишаринды ҡаршыланы.
Һуңғы йылдарҙа Балтас тальянсылары республика сараларында сығыш яһаны. “Уйна, гармун!” район гармунсылар бәйгеһендә улар — почетлы ҡатнашыусылар ҙа, ауыл гармунсылары һәм коллективтары менән үҙ тәжрибәләрен уртаҡлашыусылар ҙа. Ансамблдең көсө уның халыҡсанлығында һәм составында күп йылдар мәҙәни өлкәлә эшләгән һөнәрмәндәр булыуында. “Моң” халыҡ тальянсылар ансамблен хаҡлы рәүештә халҡыбыҙҙың милли рухын, ижадын һаҡлаусылар булараҡ хөрмәт итәбеҙ.
Гөлнара Шәймөхәмәтова. Ғәзим Талипов фотоһы.