Йәнтөйәк
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Таланттар балҡышы
11 Ғинуар 2018, 18:32

Тәбиғәткә дан йырлаусы

Рәис Фәйезовтың тыуған төйәгенә, районына, уның кешеләренә булған ихтирамы, мөхәббәте картиналарында сағыла.

Рәис Фәйезовтың тыуған төйәгенә, районына, уның кешеләренә булған ихтирамы, мөхәббәте картиналарында сағыла.
Рәис Әсхәт улы районыбыҙҙың Тайҡаш ауылында йәшәй. Ул — тыуған яҡ гүзәллегенә дан йырлаусы билдәле рәссам. Хаҡлы ялға сыҡҡан ваҡытта ғына ныҡлап күңеленә яҡын эшкә — картиналар яҙыуға тотона. Урындағы мәктәптә 40 йылдан артыҡ һынлы сәнғәт һәм һыҙма дәрестәренән белем биреп, балаларҙа матурлыҡ төшөнсәһе тәрбиәләп, ул үҙендә оло һәләт йәшеренеп ятыуын уйламай ҙа.
Икһеҙ-сикһеҙ урмандар, йәмле Ҡариҙел йылғаһы һәм райондағы иң ҙур Тайкаш күле буйҙары, ҡайын сауҡалыҡтары… Бындай матурлыҡты тормошҡа ғашиҡ, уның һәр миҙгеленең ҡәҙерен белгән кеше генә һүрәтләй ала. Рәис Әсхәт улының оҫта ҡулдары тыуҙырған картиналар алдында үҙең дә һиҙмәҫтән баҙап, туҡтап ҡалаһың, күңелдә кеше ҡулдарының тылсымлы ҡөҙрәтенә һоҡланыу ҙа, ғәжәпләнеү ҙә уяна. Рәссам картиналарының төп темаһы — йәнтөйәгенең тәбиғәте, уның ҡабатланмаҫ гүзәллеге. Ижад емештәре тормошсан булыуы менән айырылып тора. Бында һәр үлән, һәр япраҡ күренә, иң ваҡ деталь дә асыҡ һүрәтләнгән. Картиналарҙың асыҡ йылы төҫтәрҙә булыуы ирекһеҙҙән күңелде күтәрә, рух көсөн нығыта. Бөгөн уның бихисап таныштарының һәм бығаса таныш булмаған, әммә матурлыҡҡа ғашиҡ кешеләрҙең йорт-фатирҙарын ошондай иҫ киткес матур картиналар биҙәй.
— Ҡариҙел районының матурлығы шул тиклем һоҡландыра, хатта бында йәшәгән һәр кеше рәссам булырға мөмкин, — ти Рәис Әсхәт улы.
Рәис Фәйезов үҙенең ижад емештәре менән төрлө күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Бөрө ҡалаһындағы тәүге шәхси күргәҙмәһе тарих музейында ҙур популярлыҡ менән 2007 йылда үтә. Унда 30-ҙан артыҡ картинаһы ҡуйыла. Профессиональ рәссамдар әйтеүенсә, уның картиналары йылдан-йыл композицияһы, төҫ гаммаһы, сюжеты һәм темпераменты буйынса сифатлыраҡ була бара. Рәис Әсхәт улы БДУ-ның Бөрө филиалының картиналар галереяһында республиканың төньяҡ төбәге рәссамдары күргәҙмәһендә лә үҙ эштәрен тәҡдим итә. Әлеге ваҡытта ул “Башҡортостандың яратҡан рәссамдары” проектында үҙенең биш картинаһы менән ҡатнаша.
Тыуған яғын данлаусы рәссамдың киләсәккә пландары байтаҡ. “Көсөм, теләгем бар саҡта ижад итеп ҡалырға тырышам”, — ти ул.
Илһөйәр Махатова әҙерләне.
Читайте нас: