Бер арттырыуһыҙ “Эрвел” халыҡ бейеү ансамблен Мишкә районы символы тип әйтергә була. Ул райондың һәр кешеһенә, республикала сәнғәтте үҙ итеүселәргә лә яҡшы таныш.
Быйыл ансамбль үҙенең ярты быуатлыҡ юбилейын билдәләй. 50 йыл — ҙур һәм мөһим дата, оло тарих. Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ, меңдән ашыу кеше “Эрвел” ансамблендә шөғөлләнгән. Уларҙың барыһы ла ғүмерен бейеү менән бәйләмәһә лә, алған күнекмәләр, бейеү дәрте, ялҡынлы ҡараш, матур хәрәкәттәр “Эрвел” бейеүсеһе икәнен әллә ҡайҙан күрһәтеп тора.
Сорокин ауылында Нина Николаеваның эшсе йәштәрҙән ойошторған ҙур булмаған коллективы ошондай данлы юл үтер тип кем уйлаған. “Эрвел” ансамбле тарихында мөһим этап булып Яныбай Янгубаев етәкселек иткән осор тора. Яша ағай (бейеүселәр генә түгел, бөтә республика уны яратып Дядя Яша тип йөрөтә) коллективтың оҫталығын яңы кимәлгә күтәрә. Нәҡ ул эшләгән ваҡытта “Эрвел” йәнләнеп китте. Яныбай Янгубай улы йөҙҙән ашыу һәләтле бейеүсене тәрбиәләне. Улар үҙҙәренең һәләте менән Рәсәйҙең байтаҡ мөйөшөндә сығыш яһаны. Эстонияла, Италияла уларҙың гастроль туры ай буйына дауам итте. Ансамбль бейеүселәренең оҫталығын 2007 йылда Өфөлә мари ихатаһын ҡараған саҡта Рәсәй Президенты Владимир Путин да баһаланы.
Яныбай Янгубай улы коллектив менән 30 йылдан артыҡ эшләне. Хәҙер ул хаҡлы ялда, ләкин ансамбль, Мәҙәниәт йорто тураһында онотмай — репетицияларға, концерттарға килә, һәм юлы төшкәндә иҫәнләшеп сығып китә. Шуны ла әйтергә кәрәк, бейеүселәр быуыны унан башланып китә: ике ҡыҙы — Юлия менән Алена, шулай уҡ кейәүе Алексей ансамблдә бейене. Бөгөн ансамбль традицияларын уның ейәнсәрҙәре — Анастасия менән Екатерина дауам итә. Уларға алмаш та үҫеп килә — ейәне Михаил менән ейәнсәре Надежда балалар ансамблендә шөғөлләнә.
Ҡайһы саҡ кешегә, коллективҡа ял итеп алыр өсөн бер ни тиклем ваҡыт кәрәк. “Эрвел” өсөн бындай мәл Яныбай Янгубаевич киткәс була. Етәкселәр һәм бейеүселәр алмашына, сығыш яһайҙар, конкурстарҙа ҡатнашалар. Ләкин ансамблгә нимәлер етмәй. Уның менән бала саҡтан айырылмаған кеше кәрәк була.
Ирина Имаева коллектив менән бәләкәйҙән таныш. “Эрвел”дә уның әсәһе менән атаһы, ә һуңынан үҙе лә бейей. Ансамблгә йәнә йәнләнеп китергә бына шундай маҡсатсан, бейеү сәнғәтенә ғашиҡ, матурлыҡты аңлай һәм күрә белгән кеше кәрәк ине.
Ирина Елисеевна башҡа коллективтар менән эшләй, административ вазифалар башҡара, йәмәғәт эштәрен алып бара. Ләкин күңеле барыбер “Эрвел”гә тартыла. Хәҙер уның тормошо туған ансамбле менән ныҡлы бәйләнгән. Ул коллективта ысын мәғәнәһендә туғандарса яҡын мөнәсәбәт тыуҙырыуға өлгәште, һәр бейеүсенең тормошо менән ҡыҙыҡһынып тора, ярҙамға килергә әҙер.
“Эрвел”дең әлеге составы бик һәләтле һәм төрлө-төрлө. Халыҡ бейеүенә һөйөү ғаиләнән килеүен Юрий Имаев, Всеволод, Данил һәм Евгений Ишмурзиндар, ағалы-һеңелле Диана һәм Геннадий Аспаевтар, шулай уҡ Яныбай Янгубай улының ейәндәре Анастасия һәм Екатерина Биктубаевалар дәлилләй.
Ансамблдең әүҙем ҡатнашыусылары — Мишкә агросәнәғәт колледжы студенттары ла, ваҡыттары тығыҙ булыуына ҡарамаҫтан, ансамблдә шөғөлләнә.
“Эрвел” ансамбле бейеүҙәрҙе ҙур оҫталыҡ менән башҡара. Бер йыл элек онотолоп барған “Ритмы земли марийской” һәм “Ритмы предков” бейеүҙәрен иҫкә төшөрҙөләр. Уларҙа тыуған ергә һөйөү, мари халҡының холҡо сағыла.
Ә костюмдар! Уларҙағы һәр төҫ мари традициялары буйынса ниндәйҙер мәғәнәгә эйә, фактураһында — үҙенсәлек, яулыҡ һәм билбау төйөнөндә ата-бабалар аҡылы сағыла, ә баш кейемендәге йәки түшелдеректәге тәңкәләр сыңлауы үҙе бер мөғжизә.
Ансамблдең йүнәлеше мари халыҡ бейеүҙәре булыуына ҡарамаҫтан, репертуарҙа башҡорт һәм татар бейеүҙәре лә бар. “Эрвел” эргәһендә 1997 йылда төҙөлгән халыҡ инструменттары халыҡ ансамбле лә эшләй. Тере көй аҫтында башҡарылған бейеүҙәр тағы ла матурыраҡ күренә. Ансамбль составында думбырасылар, баянсылар, барабансылар, ҡалын тауыш менән йырлаусылар, борғосо-һыбыҙғысылар бар. Улар башта Г. Иҡсанова, ә хәҙер С. Шәхмәҙиева етәкселегендә бейеүселәргә бейеү күренештәренең төп фекерен асырға ярҙам итә. “Эрвел” бейеүҙәренә музыкаль ҡушылыуҙан тыш, оркестр репертуарында концерт әҫәрҙәре лә бар.
Ансамбль составында титуллы музыканттар һәм һәүәҫкәрҙәр бар. Мәҫәлән, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нәғим Бабичев, һәләтле баянсы Геннадий Иҡсанов. Шулай уҡ коллективта ысын талант эйәһе — һөнәре буйынса ветеринар һәм күңеле менән музыкант Анатолий Изибаев эшләй. Ул борғола һәм һыбыҙғыла уйнай. Бер генә ҙур концерт та “Эрвел”дең әҙерлек төркөмөнән башҡа үтмәй. Унда 80-гә яҡын кеше шөғөлләнә. Уларға ҡарайһың да Мәҙәниәт һарайында лайыҡлы алмаш үҫеп килеүен аңлайһың.
Быуындар алмашына, ваҡыт алға бара, ләкин ансамбль ағзаларының бейеүгә, сәнғәткә ҡарата булған һөйөүе, тамашасыларына тоғро хеҙмәт итеүе генә үҙгәрешһеҙ ҡала.
Марий Конар.
Автор фотоһы.