Йәнтөйәк
-17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Таланттар балҡышы
19 Октябрь 2017, 16:28

Шиғырҙарында һөйөү, наҙ һәм ихласлыҡ сағыла

Гөлшат Ихсанова 1953 йылда Балтас районы Тушҡыр ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған. Мәктәптән һуң уҡытыусы булыу теләге уны Бәләбәй педагогия училищеһына илткән. Артабан белемен Башҡорт дәүләт педагогия институтында камиллаштыра. Ул ғүмере буйы Тушҡыр мәктәбендә балаларға рус теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә.

Гөлшат Ихсанова 1953 йылда Балтас районы Тушҡыр ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған. Мәктәптән һуң уҡытыусы булыу теләге уны Бәләбәй педагогия училищеһына илткән. Артабан белемен Башҡорт дәүләт педагогия институтында камиллаштыра. Ул ғүмере буйы Тушҡыр мәктәбендә балаларға рус теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә. Хеҙмәте әҙәбиәт менән бәйләнешле булғанғамы, әллә инде күңеле хис-тойғоларға бай булғанғамы, ул шиғырҙар уҡырға ярата һәм үҙе лә күңеленә килгән уй-фекерҙәрен шиғри юлдар итеп аҡ ҡағыҙға төшөрә. Бөгөн уның төрлө темаларға ижад иткән шиғырҙары бик күп. Уларҙы беҙ матбуғат баҫмаларында уҡып, сәхнәләрҙә ишетеп шатланабыҙ. Гөлшат Ғәйнелйән ҡыҙының ижадында тыуған ергә мөхәббәт һәм лирик геройҙың эске кисерештәре сағыла. Патриотик рухта яҙылған шиғырҙарҙа, шулай уҡ көнүҙәк проблемаларҙы сағылдырғандары ла ҙур ғына урын алып тора. Шағирә балалар өсөн дә шиғырҙар яҙа.
Шиғри күңелле Гөлшат апай бөгөн дә үҙенең тырышлығы, әүҙемлеге менән беҙҙе һоҡландыра. Киләсәктә лә уға ижади уңыштар теләйбеҙ.
Халҡым менән ғорурмын
Беҙҙең халыҡ — ғорур халыҡ,
Ғорурланған ил менән,
Ата-баба тире тамған
Мәңге йәшәр ер менән.
Зарланмайса йәшәй белгән
Илар саҡтар булһа ла,
Меҫкен булып баш эймәгән,
Хәлһеҙләнеп ауһа ла.
«Башҡорт халҡы һуғышсан», тигән
Борондан әйтем ҡалған.
Илдән ҡыуғанда дошманды
Ҡылыстар һыныр булған.
Изге күңелле кешене
Башҡорт ҙур ҡунаҡ иткән.
Беҙгә Пушкин килгән, тиҙәр,
Чехов та булып киткән.
Моңло ҡурайҙың көйҙәре
Кемде әсир итмәгән!
Халҡымдың ижад шишмәһе
Һайыҡмаған, кипмәгән!
Зыялы улдары булған
Ирек өсөн көрәшкән.
Милләтенә аҡ юл һайлап
Хәҡиҡәткә ирешкән.
Мин дә шулар тоҡомонан.
Мин дә башҡорт ҡыҙымын.
Салауатлы, Харисовлы
Халҡым менән ғорурмын!
Телен ҡырҡып, динен йолҡоп
Манҡорт итмәк булғандар.
Башҡортомдоң зиһене һау.
Кире ҡайтты имандар.
Ауылым минең — Тушҡыр
Тыуған яғым, тыуған ауылым —
Бабам һуҡа тартҡан ерем.
Шытым көтөп, бәхет көтөп,
Күптәр түккән әсе тирен.
Мин шул ерҙә, ошо яҡтан
Айырманы яҙмыш мине.
Тартманы күңел ҡалаға,
Еңә алманы заман еле.
И, тыуған яҡ, хозурлығың
Хисләндерә мине әле лә,
Һоҡланамын ҡарап тауға
Киске эңер төшкән мәлдә.
Яратам ҡояшҡа янып
Бесән йыйған болондарым.
Ҡыҙыл тауҙа көтә кеүек
Еләк йыйған урындарым.
Йәй көнөндә ишек алдым
Булһа һәр саҡ йәшел хәтфә.
Ҡыштың ҡарлы бурандары
Һағындыра йәйҙе хатта.
Хистәргә бай күңел менән
Ауылымда эшкә сумдым.
Ниндәй эшкә тотонһам да
Эй, яҡташтар, һеҙҙән уңдым.
Оло шишмә һыуын эсәм —
Ата-бабам аманаты.
Улар һүҙе менән йәшәйем,
Сығармайым яман атты.
Турғай ҙа маҡтап һайрайҙыр
Оя ҡорған үҙенең ҡырын.
Минең йөрәккә лә яҡын
Яҙмышым минең — Тушҡырым.
Тыуған ауылым, тыуған яғым,
Һиндә минең һулар һауам.
Бәхетемде һиндә таптым,
Сырхауыма һиндә дауам.
Күңел ҡылым тибрәтергә
Йырҙарыма илһам алам,
Тамырҙарым һиндә минең.
Тыуған ерем, һиндә ҡалам.
Көҙгө уйҙар
Һағыш төҫө һары була икән,
Һарғайҙы шул нурлы йөҙҙәрем.
Һары һағыш алып килде миңә
Көтөп алған алтын көҙҙәрем.
Ергә һағыш төҫө керәме икән
Хушлашҡанға йәмле йәй менән.
Хушлашҡандар осрашыуҙар көтһөн
Бәхет тигән хыял иленән.
Ҡырауҙарҙан ҡалған яңғыҙ сәскә
Көйгән үләндәргә төрөнгән.
Тәңребеҙҙән ғәйре бер кем белмәй
Кемгә күпме ғүмер бирелгән.
Ҡалтырана, оса һары япраҡ —
Ергә, көҙҙөң һуңғы бүләге.
Шул япраҡтай булып өҙгәләнә
Һағыш менән тулы йөрәгем.
Моңһоу көҙөм, алсы һағыштарым,
Ҡалдырмасы миндә әрнергә.
Осрашыуҙар булғас, хушлашыу бар,
Бер кем килмәй ергә мәңгегә.
Бар шул, бар бит төрлөһө
Ай-һай, был ирҙәр халҡының
Бар шул, бар бит төрлөһө.
Ҡатын-ҡыҙҙы һоҡландырыр
Уңғаны, егәрлеһе.
Балаһына яҡшы ата,
Төҙөк йорт-ҡуралары.
Шатлыҡ менән гөрләшәләр
Ҡатыны, балалары.
Ә берәү килә урамдан
Күкрәген киреп һалған.
Йәнәһе, ҡарағыҙ әле:
Мин — ир, мин, ти, арыҫлан.
Ә бер аҙҙан арыҫландан
Сыпсыҡ йән тороп ҡала.
Иҫерек ҡатын һәм бала.
Ир-егетлекме тормошто
Алмаштырыу эскегә?
Ҡол булмағыҙ, ир-егеттәр.
Араҡы — әшәкегә.
Мөхәббәт
(йыр)
Мөхәббәт ул — һөйөү, тиҙәр,
Күңелдәге наҙ ғына.
Мөхәббәттә аңлау мөһим
Һине, мине аҙ ғына.
Мөхәббәт ул — ярһыу хистәр,
Йөрәк тулҡыны ҡағыу.
Мөхәббәтте һаҡлау өсөн
Кәрәк тормошта яныу.
Мөхәббәт ул — һағыш, тиҙәр,
Мин уйлайым табыш тип.
Миндә һин бар, һиндә мин бар
Йәшәйек һөйөп, һөйөлөп.
Әсәйемә
Әсәй, һин ҡартайҙың, ахырыһы
Әкрен атлайһың, күрәм.
Тик нисек кенә булмаһын
Бирешмәйһең һин, беләм.
Матур, бөхтә кейенергә
Яратаһың һин һаман…
Беҙ һинең биш бөртөк балаң
Һинең ғорурлыҡ, дауам.
Һөйләшергә яратаһың,
Кәңәштәрең бар, гелән.
Тик тыңларға ваҡыт тапмай,
Мин ашығам йүгерәм.
Ә кисен йоҡлар алдынан
Шул хаҡта уйлап ятам.
Иң ҡәҙерле кешем һин ул.
Сабыйҙарса яратам.
Читайте нас: