Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Таланттар балҡышы
25 Август 2017, 14:41

“Йәйғор” шатлыҡ өләште

Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Борай районы хакимиәте тарафынан ойошторолған “Йәйғор” республика балалар-үҫмерҙәр ижады бәйгеһе ике йылға бер тапҡыр традиция буйынса Борайҙа үткәрелә. Быйылғыһы — алтынсыһы, күптән түгел Балтас, Дыуан, Дүртөйлө, Иглин, Краснокама, Мишкә, Нуриман, Тәтешле, Стәрлетамаҡ, Саҡмағош, Шишмә райондары һәм Ағиҙел, Бөрө, Благовещен, Межгорье, Мәләүез, Яңауыл ҡалаларынан һәләтле балалар һәм үҫмерҙәрҙе йыйҙы.

Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Борай районы хакимиәте тарафынан ойошторолған “Йәйғор” республика балалар-үҫмерҙәр ижады бәйгеһе ике йылға бер тапҡыр традиция буйынса Борайҙа үткәрелә. Быйылғыһы — алтынсыһы, күптән түгел Балтас, Дыуан, Дүртөйлө, Иглин, Краснокама, Мишкә, Нуриман, Тәтешле, Стәрлетамаҡ, Саҡмағош, Шишмә райондары һәм Ағиҙел, Бөрө, Благовещен, Межгорье, Мәләүез, Яңауыл ҡалаларынан һәләтле балалар һәм үҫмерҙәрҙе йыйҙы.
Конкурсанттар вокал, хореография, нәфис һүҙ, музыка ҡоралдарында уйнау, оригиналь жанр, акробатика, гимнастика, мода театры һәм башҡа шундай өлкәләрҙә көс һынашты.
Йәш быуындың һәләтен үҫтереү, талантлы балалар менән эшләү алымдарын эҙләү маҡсатынан ойошторолған был конкурс һәр ваҡыттағыса юғары нотала үтте. Жюри ағзаларына ғына күҙ һалайыҡ — З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының вокал сәнғәте кафедраһы мөдире, профессор, РФ һәм БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Фәрзәнә Сәғитова етәкселегендә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы профессоры, РФ һәм БР-ҙың атҡаҙанған артисы Йәмил Әбделмәнов, РФ һәм БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, БР-ҙың халыҡ артисы, композитор Нур Дауытов, “Башҡортостан” дәүләт концерт залының “Ренессанс” халыҡ бейеү ансамбле художество етәксеһе Александр Родионов, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Республика халыҡ ижады үҙәгенең театр сәнғәте буйынса баш белгес Тәнзилә Ҡалмырзиналарҙың исемдәрен һанап сығыу ғына ла бәйгенең ни тиклем мәртәбәле булыуын күрһәтә. Ысынлап та, “Йәйғор”ҙа көсөн һынаған, ҙур сәхнәгә беренсе аҙымдар яһаған был һәләтле балалар һәм үҫмерҙәрҙең киләсәктә төбәгебеҙҙең мәҙәниәт донъяһында йондоҙ булып балҡыясағына шик юҡ. Был фекерҙе жюри ағзалары ла әйтте.
Бәйгене йомғаҡлау концертында Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева һәм Борай районы хакимиәте башлығы Борис Нурисламов балаларҙың һәләттәрен үҫтереүгә күп көс һалған ата-әсәләргә һәм педагогтарға ҙур рәхмәттәрен еткерҙе.
— Матурлыкты тойоп, матурлыҡҡа ынтылып үҫкән был балалар, һис шикһеҙ, матур киләсәк булдырасаҡ, — тине улар. — Тыуған республикабыҙҙы ил, донъя күләмендә данлағыҙ, ҡәҙерле балалар. Һеҙ — һәләтле, һеҙ — матур, һеҙ — көслө лә. Теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын!
Дөрөҫ, был балалар — көслө. Улар иң беренсе үҙҙәрен еңгән. Әммә “Йәйғор”ҙың бәйге икәнлеген дә онотмайыҡ. Конкурстың иң юғары бүләге — Гран-при Стәрлетамаҡ районының “Наумовские ложкари” өлгөлө халыҡ инструменттары ансамбле һәм Саҡмағош районынан һинд бейеүен башҡарған Эльвина Кәримоваға бирелде.
I дәрәжә лауреат исеменә Влад Лусников (Ағиҙел), Тәтешле районының “Виктория” өлгөлө хореографик коллективы, II дәрәжә лауреат исеменә Р. Ғәлиева исемендәге Борай районы Мәҙәниәт йортоноң “Дуҫлыҡ” халыҡ бейеү ансамбле һәм Бөрө ҡалаһының “Алена” цирк сәнғәте халыҡ студияһы лайыҡ булды. III дәрәжә лауреат дипломын Мәләүездән “Экспромт” театр студияһы, Краснокама районынан “Эльян” фольклор ансамбле һәм Иглиндан Сәфинә Ибраһимова бүлеште. Шулай уҡ күп төрлө номинацияларҙа еңеүселәр билдәләнеп, уларға ла дипломдар тапшырылды.
Сағыу костюмдары, моңло тауыштары, дәртле бейеүҙәре менән сығыш яһаусыларға ҡарап, тамашасылар йәнә бер ҡәнәғәтлек кисерҙе. Балаларҙың Салауат күпере булып балҡыған сығышы, әлбиттә, дәррәү алҡыштарға күмелде.
Читайте нас: