Бөтә яңылыҡтар
Таланттар балҡышы
3 Июль 2017, 17:11

Һәләтле журналист

Дамир Хәйртдинов 25 йыл “Балтач таңнары” район гәзитендә фиҙаҡәр хеҙмәт итә. Ул ауыл хужалығы бүлеген етәкләй. Һөнәре нескәлектәрен яҡшы белгән, һәр яҙмаһында үҙенсәлекле алымдар ҡулланып, сетерекле мәсьәләләр күтәргән журналистың мәҡәләләрен халыҡ көтөп ала һәм яратып уҡый.

Дамир Рәдиф улы Көнтүгеш ауылында тыуып үҫкән. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Өфө дәүләт аграр университетының агрономия факультетына уҡырға инә. Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итеп ҡайтып, 1996 йылда ситтән тороп уҡыуын тамамлай. Тыуған ауылы мәктәбендә лә, колхозда ла эшләргә тура килә уға. Шулай ҙа күңеле журналист һөнәренә ята.
Башҡа өлкәләрҙә эшләгән саҡта ла һәр саҡ матбуғат баҫмалары менән ҡыҙыҡһына Дамир Рәдиф улы. Үҙе лә мәҡәләләрен, шиғырҙарын район гәзитенә ебәреп тора. Ул саҡтағы мөхәррир Марс Сәйет улы Шәрипов, уның һәләтен күреп, эшкә саҡыра. Бына шул көндән башлап Дамир Хәйртдинов редакцияла эшләй.
Намыҫлы хеҙмәте өсөн бихисап Почет грамоталары менән бүләкләнгән журналист 2006 йылда матбуғатта ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙы яҡтыртыу буйынса ойошторолған республика конкурсында III урынға лайыҡ булды.
Дамир Рәдиф улы һәр саҡ эҙләнеү юлында. Район гәзите сайтын булдырып, уны тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ, мауыҡтырғысыраҡ итеүгә лә ҙур көс һала. Сайттың бөгөн 3000 яҙылыусыһы бар. Көн һайын сайтты 600-ҙән ашыу кеше асып уҡый, үҙҙәренең тәьҫораттарын, тәҡдимдәрен яҙып ҡалдыра, борсоған һорауҙарына яуап та таба.
Дамир Хәйртдинов Балтас театры тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Оҫта гармунсы һәм бейеүсе лә. 2008 йылда “Өҙә баҫ!” район конкурсында I урын яуланы. Ә 2012 йылда “Иҙел-йорт” исемле төбәк-ара фестивалдә “Иң яҡшы ир-егет ролен башҡарыусы” номинацияһында еңеүсе булды.
Дамир Рәдиф улы тәрән йөкмәткеле шиғырҙар ҙа ижад итә. Уның бер шәлкем шиғырҙары “Йәйғор — 2005”, “Тыуған ерҙә тыуған хистәр”, “Шишмәләрҙең көмөш сыңы” тигән альманахтарға керетелгән. Юмористик шиғырҙары, мәҡәләләре “Һәнәк” журналында, “Кызыл таң”, “Өмет” гәзиттәрендә лә баҫылып тора. Бөгөн ул үҙен драматургия өлкәһендә лә һынай.
Ғаиләһендә хәстәрлекле атай, тоғро ир, ышаныслы терәк тә Дамир ағай. Тормош иптәше Алһыу Хәнәфи ҡыҙы менән ҡыҙ һәм ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Үҙҙәре кеүек матур, аҡыллы, һәләтле Гүзәл менән Рүзил ата-әсәһенең ҡыуанысы, таянысы.

Читайте нас: