Йәнтөйәк
-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Таланттар балҡышы
23 Июнь 2017, 12:56

Сираттағы еңеү

“Гүзәл” халыҡ бейеү ансамбле халыҡ-ара конкурста район данын лайыҡлы яҡланы Район Мәҙәниәт һарайының “Гүзәл” халыҡ бейеү ансамбле “Мин булдырам” мәҙәни-белем биреү проекты сиктәрендә Сочи ҡалаһында үткән “Еңеүҙәр яры” балалар һәм үҫмерҙәр ижады X халыҡ-ара фестиваль-конкурсында I дәрәжә лауреат исемен яуланы. Жюри ансамблдең ижади потенциалына юғары баһа бирҙе. “Гүзәл”дәр 2017 йылда балалар һәм үҫмерҙәр ижады өлкәһендә «ARTIS» халыҡ-ара премияһына тәҡдим ителде.

Талантлы йәштәрҙең еңеүе бының менән генә сикләнмәй. Ансамбль «Иң яҡшы костюм өсөн» дипломы менән дә бүләкләнде. Быға бер ҙә ғәжәпләнәһе түгел: ансамблдең Сочи сәхнәһендә күрһәткән башҡорт һәм татар йәштәре бейеүҙәренең костюмдары үҙенсәлекле тегелеше, бай биҙәкле булыуы менән айырылып тора. «Сығыштарға анализ яһағанда илебеҙҙең билдәле хореографтары бейеүҙәрҙең стиленә, костюмдарҙың матурлығына, Башҡортостанда, дөйөм алғанда, бейеүсе егеттәрҙең күп булыуына, ҡыҙҙарҙың һылыулығына һоҡланыуын белдерҙе», — ти ансамбль етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Раушания Хәсәнова. Йөҙҙән артыҡ бейеүҙән һайлап алынған һигеҙ композиция араһында балтастар бейеүенең гала-концертҡа инеүе — оло мәртәбә. Тимәк, ҡыҙҙарыбыҙ һәм егеттәребеҙ йыраҡ Сочиҙа район данын яҡлап лайыҡлы сығыш яһаған, бар булмышын, йәшлек дәртен, көс һәм һәләтен һалып бейегән, тигән һүҙ.
Ансамблдең талантлы солисы Сулпан Кашанова яңғыҙ бейеүҙәр номинацияһында 1-се дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды. Сәхнәлә артистарса сағыу образ тыуҙырғаны өсөн дә айырым диплом менән билдәләнде ул. Шулай итеп, икеләтә еңеү, халыҡ-ара премияға дәғүә итерлек танылыу яулап ҡайтты районға йәш бейеүселәребеҙ.
Ансамбль етәксеһе Раушания Хәсәнова фестиваль сиктәрендә ойошторолған «2016-2017 уҡыу йылында өҫтәмә белем биреү системаһын үҫтереү: яңы ысынбарлыҡ» тип аталған түңәрәк өҫтәл эшендә ҡатнашты. «Балалар «Ривьера» паркында, Олимпиада үткән иҫтәлекле урындарҙа экскурсияла булды. Иҫ киткес яҡшы шарттарҙа ҡунаҡханала йәшәү, диңгеҙҙә һыу инеү, төрлө төбәктәрҙән килгән бейеүселәр менән аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу ҡыҙҙар һәм егеттәр күңелендә онотолмаҫ хәтирәләр ҡалдырҙы. Дәрәжәле фестивалдә ҡатнашырға финанс яҡтан ата-әсәләр һәм район хакимиәте, мәҙәниәт бүлеге ярҙам итте. Сәйәхәтте ойоштороуҙа Иҫке Балтас 2-се урта мәктәбе директоры Азамат Мәғзүмовтың ярҙамы ҙур булды», — ти Раушания Рафаэль ҡыҙы.
Афарин, тибеҙ «Гүзәл»дәргә! «ARTIS» халыҡ-ара премияһына дәғүә итеү сертификатына эйә булыу — ҙур дәрәжә һәм яуаплылыҡ. Уларҙың был ышанысты лайыҡлы аҡлауын теләйбеҙ!
Белешмә
“Гүзәл” бейеү ансамбле 1994 йылда ойошторола. Беренсе етәксеһе — Марат Ғабдрахманов. 1996 йылда коллектив “халыҡ” исемен яулай һәм I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының мәҙәни программаһында ҡатнаша. Ансамбль репертуарындағы “Йома”, “Баҫмала”, “Өс дуҫ”, “Ҡырҡ тартма”, “Ҡаҙ өмәһе”, керәшен татарҙары бейеүҙәрен балтастар әле лә һағынып иҫкә ала. Коллективтың район, республика һәм халыҡ-ара фестиваль һәм конкурстарҙа ла еңеүҙәре бихисап. Бөгөн ансамблдә барлығы 24 кеше бейей.

Читайте нас: