Бөтә яңылыҡтар
Таланттар балҡышы
23 Июнь 2017, 17:00

Бейеүҙәре таң ҡалдырҙы

Сосновка ауылында 2-се асыҡ бейеү фестиваль-конкурсы үтте Халыҡ йырҙары, музыка ҡоралдары һәм хореография мари халҡы рухи мәҙәниәтенең нигеҙен тәшкил итә. Беҙ быға Оло Сухояз ауыл биләмәһендә үткән бейеү фестивалендә сираттағы тапҡыр инандыҡ. Йылы көн, матур тәбиғәт ҡосағында биҙәлгән һәм йыһазландырылған сәхнә, күҙҙе ҡамаштырырлыҡ костюмдар күркәм байрам үтәсәге тураһында һөйләй. Кейемдәренә ҡарап та кемдең ҡайҙан килеүен белеп була. Мариҙарҙың кейемдәре һәр ваҡыт мәҙәниәттәренең айырылғыһыҙ бер өлөшө булды.

Костюмдың үҙенсәлекле декоры — күлдәктәрҙәге ҡабатланмаҫ сәскәле биҙәктәр, йыйнаҡ ҡына тегелгән төрлө төҫтәге таҫма ҡыҙыҡһыныусан ҡараштарҙы үҙенә ылыҡтыра. Быйыл бейеү конкурсында Ҡалтасы районынан бер нисә коллективтың ҡатнашырға теләк белдереүе бик ҡыуаныслы. Шулай уҡ Бөрө районы бейеүселәре һәм үткән йыл үҙҙәренең сығыштары менән тамашасыларҙы таң ҡалдырған беҙҙең район ауыл биләмәләре коллективтары ла бар. Был мари халҡының бейеү мәҙәниәтен онотмауы, халыҡ ижадының һүнмәүе тураһында һөйләй.
…Бер-бер артлы сәхнәгә конкурсанттар күтәрелә. Уларҙың сығышын баһалау өсөн районда бейеү сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән шәхестәр саҡырылған. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, “Эрвел” ансамбленең элекке етәксеһе Яков Янгубаев, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең элекке солисы Алексей Байгазов, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Бөрө ҡалаһының “Биряночка” халыҡ бейеү ансамбле етәксеһе Виталий Сагадеев һәр сығышты ентекле күҙәтте, костюмдарға ла, конкурсанттарҙың хәрәкәттәрҙе бер үк ваҡытта башҡарыуына ла иғтибар итте.
Фестивалдә ҡатнашыусыларҙы Оло Сухояз ауыл хакимиәте башлығы Игорь Айғужин, район Советы һәм хакимиәте исеменән Лариса Александрова һәм башҡалар тәбрикләне. Сараның флагын күтәреү хоҡуғы үткән йыл Гран-при яулаусы ”Юго” халыҡ бейеү ансамбле солистарына бирелде.
Сәхнәлә бейеүҙәр бер-береһен алмаштырҙы. Мишкәнән “Эрвел“, Ҡалтасы ауылынан “Эрвий”, Сосновканан “Юго” халыҡ ансамблдәренең, Оло Сухояздан “Рвезе пагыт”, Ҡайраҡтан “Ший памаш” коллективтарының, Сыбыҡ ауыл Мәҙәниәт йортонан “Ужара” халыҡ вокаль ансамбленең, Бөкләнде ауылынан “Эрвий”, Ҡарғанан килгән дуэттың сығышын тамашасылар алҡыштарға күмде.
Уларҙың бейеүҙәре ҡуйылышы, йөкмәткеһе һәм сығыш яһау стиле буйынса төрлө-төрлө булды. Конкурс шарты буйынса жюри иғтибарына ҡатнашыусылар ике бейеү ҡуйырға тейеш ине. Һис шикһеҙ, сығыштар йөкмәткеле һәм үҙенсәлекле булды, костюмдар ҙа сәхнәнән бик һоҡланғыс күренде.
— Байрам яҡшы үтте. Һәләтле бейеү коллективтарын йыя алған ойоштороусыларға ҙур рәхмәт. Һәр ансамблдең үҙ ҡуйылышы, бейеү алымы. Бейеүселәргә ҡарап, күптәр урынында тик кенә ултыра алмағандыр. Беҙ, тамашасылар ҙа, күмәк бейеүҙә ҡатнаштыҡ. Ихлас күңелдән “Тывырдык”ты бейенек, — тип байрам тураһында тәьҫораттары менән бүлеште Мишкә ауылынан Г. Бәширова.
Сосновка ауыл Мәҙәниәт йортоноң әйҙәүсе методисы Алексей Ивановтың ошондай сара үткәреү тураһындағы идеяһын мәҙәниәт бүлеге һәм ауыл биләмәһе хакимиәтенең күтәреп алыуы бик ҡыуаныслы.
Бына йомғаҡ яһау ваҡыты ла етте. Билдәле бейеүселәр — үҙ эшенең оҫталары сығыштарҙы бар яҡлап та баһаланы, ҡайһы берҙәрендә етешһеҙлектәр ҙә тапты. Жюри ағзалары кәңәшләшкән ваҡытта тамашасылар үҙешсән сәнғәттә ҡатнашыусылар концертын ҡараны.
Мари халыҡ бейеүҙәренең 2-се асыҡ район фестиваль-конкурсының йомғаҡтары буйынса Ҡалтасы ауылынан “Эрвий” бейеү халыҡ ансамбле Гран-приға лайыҡ булды. “Ҙур ансамблдәр” номинацияһында 1-се дәрәжә диплом менән — “Рвезе пагыт” бейеү коллективы (Оло Сухояз), “Бәләкәй ансамблдәр” номинацияһында 1-се дәрәжә диплом менән Ҡарға ауылынан фольклор ансамбль бүләкләнде.
“Рвезылык” бейеү коллективы (Тынбай ауылы) — 2-се дәрәжә, “Ший памаш” (Ҡайраҡ), “Саскавий” (Сурай) фольклор ансамблдәре, “Арама” вокаль-хореографик ансамбле (Бөрө районы Кесе Сухояз), “Ош пеледыш” фольклор коллективы (Ҡалтасы районы Түбәнге Ҡасмаш) 3-сө дәрәжә диплом менән билдәләнде.
Алена Григорьева.

Читайте нас: